Буклет "И м а й Н а с ы р и т ы у ы у ы н а 1 1 5 й ы л"
Предмет: | Классному руководителю |
---|---|
Категория материала: | Другие методич. материалы |
Автор: |
Акчулпанова Елена Рифовна
|
Ул ҡалдырған яҡты эҙҙәр
Яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре
* 1898 йыл, 12 октябрь - Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Усылы ауылында тыуған.
*1910-1914 йй. - Стәрлетамаҡта «Шәрғиә» мәҙрәсәһендә уҡый.
*19 йәшенә тиклем – үҙ ауылында китапханала эшләй.
* 1919 йыл, июнь - Ҡыҙыл Армия сафына баҫа.
* 1919 йыл, август-1920 йыл, июль - Башҡортостандың Күҙәй кантон хәрби комиссариатында агитатор-ойоштороусы.
* 1920 йыл, июль-1912 йыл, ноябрь - Күҙәй кантон милицияһы начальнигы һәм башҡарма комитеты ағзаһы.
* 1921 йыл, сентябрь-1923 йыл, июнь -
БАССР Башмилиция политкомиссары,
Мәскәүгә секретарҙар курсына ебәрелә.
* 1925 йыл, август-1930, ғинуар - «Белем», «Һәнәк», «Керпе» журналдарының баш мөхәррире.
* 1930 йыл – өлкә комитеттың матбуғат эштәре буйынса инструктор.
* 1931-1932 йй. - «Коммуна»(хәҙерге «Ҡыҙыл таң») гәзитенең баш мөхәррире.
* 1932-1934 йй. - ВКП(б)ның Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы.
* 1934 йыл, декабрь — СССР яҙыусылар ойошмаһының ағзаһы итеп алына.
* 1934 йыл, сентябрь-1935 йыл, декабрь — Ишембайҙа «Башҡортостан вышҡаһы» гәзите мөхәррире.
* 1936-1937 йй. - «Коммуна» гәзите мөхәррире.
* 1937 йыл - «халыҡ дошманы» тип ҡулға алына.
* 1942 йыл, 29 март — Свердловск өлкәһе Үрге Тавда ҡалаһында үлә.
Имай Насыри ҡатыны Бәҙәр, ҡыҙы Венера менән.
Имай Насыри «Коммуна» гәзите редакцияһы коллективы менән.
Имай Насыриҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы танытмаһы.
Имай Насыри ижады
1. Ҡарлуғастар. Хикәйәләр. Өфө, 1926, 23 бит.
2. Тереләй ҡәберҙә. Повесть. Өфө, 1926, 40 бит.
3. Сәскәләр ... ләкин башҡалар. Нәҫерҙәр. Өфө, Китап, 1927, 31 бит.
4. Вагонда. Повесть. М., 1929, 66 бит.
5. Гөлдәр. Повесть. Өфө, 1930, 121 бит.
6. Һөжүм. Повесть. Өфө,1931,131 бит.
7. Хикәйәләр. Өфө, 1935, 520 бит.
8. Сибай. Повесть. Өфө, 1936, 162 бит.
9. Күҙәй. Роман. Өфө, 1936, 358 бит.
10. Еңелгән ятыу. Повесть. Өфө, 1937, 225 бит.
Яҙыусы хаҡында ҡәләмдәштәре
1. К. Мәргән. Беренсе һалдат. Өфө, 1957.
2. Н. Зарипов. Беренсе гвардейц. Өфө, 1968, 160 бит.
3. Р. Баимов. Ижади үҙенсәлектәр һәм тарих. «Башҡортостан уҡытыусыһы», 1974, №1.
4.Ә. Вахитов. Башҡорт прозаһында жанр һәм стиль. Өфө, 1982, 38-158 бит.
5. Н. Зарипов. Имай Насыри. Тормош юлы һәм ижады. Өфө, 1983, 248 бит.
6. Р. Баимов. Жанр яҙмышы. Өфө, 1984, 31-104 бит.
7. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Өфө, «Китап», т.3, 1993, 404-424 бит.
Юл бирегеҙ!
Юл бирегеҙ!
Шаһтар, һарайҙар,
Юл бирегеҙ!
Иҫке ағайҙар,
Ваҡ-төйәк йән,
Юл бирегеҙ!
Күрмәйһегеҙме:
Тетрәтеп ер,
Күкрәтеп ил,
Яндырып та,
Киптереп тә,
Сүл урынына
Гөл үҫтереп,
Уттар килә!
Ҡурҡып ҡасан да уттан
Бер көтөү эттәр килә, -
Поптар килә.
Иҫкелек тәңрене ҡоротоп,
Ҡып-ҡыҙыл уттар килә.
Ҡапҡаңды ас,
Берлин йә Лондон!
Ҡапҡаңды ас, «уттар» килә!
Көл яһарға буржуйҙы,
Көл яһарға иҫке осорҙо
Тетрәтеп ер-күктәреңде
КИМ тигән һуҡмар килә. 1924й.
Төҙөүсеһе: Мусина Диана, 9 класс уҡыусыһы
Стәрлетамаҡ районы
Рязановка мәктәбе
И м а й
Н а с ы р и
т ы у ы у ы н а
1 1 5
й ы л
Стәрлетамаҡ районы, 2013 йыл
Тип материала: | Документ Microsoft Word (docx) |
---|---|
Размер: | 789.34 Kb |
Количество скачиваний: | 6 |