Изгелек сәсеп ҡуйғайным…

Предмет: Классному руководителю
Категория материала: Конспекты
Автор:

Йәмле йәйҙең август таңында бөтә тирә-яҡҡа ауаз һалып,Баймаҡ районының Байыш ауылында Васил менән Зөбәйҙәнең бишенсе балаһы булып,бөҙрәкәй сәсле,зәңгәр күҙле ҡыҙ бала донъяға килгән.

Данлыҡлы Йылайыр совхозының диңгеҙ кеүек йәйрәп ятҡан баҫыуында арыш урып йөрөгән атай кеше ҡайтыуға өләсәһенең күлдәк итәгенә биләп һалынған ҡыҙыҡай мыш-мыш йоҡлай,ә баланан саҡ ҡотолған әсәй кешеэргәһендә кендек әбейе мәж килә,ҡәйнә кеше, итәктәрен ҡыҫтырып,итек ҡунысы менән самауыр борҡота.

Бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс,балаға исем ататыу өсөн күрше Манһыр ауылынан Мөжәүир хәҙрәт саҡырылды.Гөлйемеш инәй менән түр башына ултырып,доға ҡылғас,Мөжәүир хәҙрәт:

-Ҡыҙым,бәпескә ниндәй исем бирергә уйланығыҙ?-тип һораны.

-Зилә итәйек микән тип уйлағайныҡ,олатай,үҙемдең исемгә лә яҡыныраҡ
Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 35.5 Kb
Количество скачиваний: 10
Просмотров: 116

Похожие материалы