“Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың художество- эстетик үҫешенә милли мәҙәниәттең йоғонтоһо” темаһына мастер- класс

Предмет: Музыка
Категория материала: Конспекты
Автор:

Әҙерлек төркөмөндә оҫталыҡ шөғөлө.

Төҙөнө: Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы «Йәйғор” балалар баҡсаһы- баланы үҫтереү үҙәге муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының музыка етәксеһе, Денисламова рәсимә Рафиҡ ҡыҙы.

1 cлайд.

Тема: “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың художество- эстетик үҫешенә милли мәҙәниәттең йоғонтоһо”.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар, килгән ҡунаҡтар!

Башҡортостан төрлө милләт халыҡтарын берләштерә.

2 слайд.

Барлығы 130 милләт кешеһе йәшәй, шуларҙың 29,5%- ын башҡорттар тәшкил итә. Шул иҫәптән беҙҙең Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында 90% башҡорт,6% урыҫ,3 % татар, 1 % таджик балалары йөрөй.



Беҙ, тәрбиәселәр, киләсәк быуын балаларын ата- баба рухында тәрбиәләргә бурыслыбыҙ, сөнки милли мәҙәниәт күпселект!ә балаларҙың теленә,ҡылығына, зиһененә, тойғоһона, үҫешенә, сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһауға булышлыҡ итә. Һәр халыҡтың үҙенә генә хас көнкүреше, теле , йолалары бар.

3 слайд.

Шуға күрә лә минең эшемдең төп маҡсаты булып балаларҙа милли мәҙәниәт донъяһына һөйөү тәрбиәләү, башҡорт халҡының көн- күреше, йолалары, байрамдары, уларҙың йырҙары, бейеүҙәре менән яҡындан таныштырып, артабан тыуған иленә, теленә тоғролоҡ һаҡлаусы шәхес тәрбиәләү тора.

Балаларҙың 7 йәшкә тиклемге осоро уның бар яҡтан үҫешенә нигеҙ һалыуға ҡулайлы осор. Музыка эшмәкәрлегендә балаларға халыҡ көйҙәрен тыңлатыу, милли музыка ҡоралдары, халыҡ бейеүҙәре менән таныштырыу, милли уйындарҙа уйнау теләген тыуҙырыу,бер яҡтан баланың ритм, тыңлау һәләтен үҫтереп,белемен арттырһа, икенсе яҡтан ул баланың рухи байлығын байыта, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, тыуған иленә һөйөү тәрбиәләй һәм милли мәҙәниәткә ылыҡтыра.

Шулай итеп мин һеҙгә музыка эшмәкәрлегендә ҡулланылған үҙемдең эш алымдары тураһында һөйләп үткем килә.

Музыка эшмәкәрлегендә көй тыңлау өлөшөнә мин төрлө аудио, видеояҙмалар туплайым.

4 слайд.

Кескәй төркөмдәрҙә мин күберәк бишек йырҙарын тыңлатырға тырышам, сөнки беҙҙең ата- бабаларыбыҙ ошолай тип әйткән:

Әгәр ҙә бала бишектә ятҡанда уҡ үҙ халҡының йырҙарын, көйҙәрен һәм әкиәттәрен тыңлап үҫһә, ул халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын аңында нығыраҡ һеңдереп, киләсәктә рухи байлығын һаҡлап ҡалыр һәм шунда ғына ул йәш быуынға тапшырыр. Баланы яҡшылыҡҡа өндәү, ниәттәрен саф итеү, рухын нығытып, ырыу- илдең әхлак ҡанундарынына бәләкәйҙән ылыҡтырыу бишектән башлана.

Бишек йырҙарының төп һыҙаты- ул баланы йоҡлатҡанда яҡшы атмосфера тыуҙырыу. Йырҙа күберәк ҡылымдар йырланыла, “кит”, “йоҡла”, “ҡайт” кеүегерәк һүҙҙәр, йә булмаһа ул матур, батыр, игелекле, илгә терәк бултигән изге теләктәрҙән генә тора. Ошо бишек йырҙары балаларға тирә- яҡты өйрәнә башлағанда беренсе мәғлүмәтте бирә лә инде, уның һалмаҡ көйө эстетик яҡтан үҫтерә, тыуған теленә, көйөнә һөйөү тәрбиәләй, башҡорт халыҡ тәрбиә мәктәбенең көйлө ҡағиҙәләре лә, әхлаки талаптары ла булып тора.

Аудитория менән эш.

5 слайд.

Әйҙәгеҙ беҙ ҙә иҫкә төшөрөп йырлап алайыҡ.

Әлли- бәлли бәпкәһе

Ҡайҙа киткән әсәһе

Ҡайынлыҡҡа еләккә

Бәпесенә бүләккә.



Әлли- бәлли итер ул

Хәҙер йоҡлап китер ул

Йоҡлап туйғас матур булып

Таҙа булып үҫер ул.



6 слайд – 7 слайд.

Өлкән төркөмдәрҙә мин башҡорт халыҡ йырҙарына күберәк иғтибар бүләм.

Мәҫәлән башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре бер-нисә өлөштән тора. Оҙон көй, һалмаҡ көй, ҡыҫҡа көй, ҡобайырҙар, бәйеттәр, таҡмаҡтар.

Шуларҙың береһе ошо быуатта бөйөк ҡобайырыбыҙ "Урал батыр"ҙы һаман да тере телдә һөйләүсе 83 йәштәге, танылған, данлыҡлы, яратҡан сәсәниәбеҙ Әсмә инәй Усманова башҡарыуында “Уралым” ҡобайырын видеояҙманан ҡарап үтәйек.

8 слайд.

Видеояҙма “Уралым” ҡобайыры.

Әлбиттә ҡобайырҙы тыңлағас беҙ уның нимә тураһында йырланғанын балалар менән ҡабатлап нығытып ҡуябыҙ. Ошо эш төрө бәлки киләсәктә балалар баҡсаһында үткәрелгән “Урал батыр” эпосы бәйгеләрендә ҡобайырҙы яттан ғына түгел, ә көйләп һөйләргә мөмкинселек бирер .

9 слайд.

Балаларҙы милли музыка ҡоралдары менән таныштырғанда, уның ҡайҙан, нисек килеп сығыу тарихын һөйләү, уның тышҡы ҡиәфәтен күрһәтеү, уйнау тембрын тыңлатыу бик мөһимдер тип уйлайым. Шуға күрә балаларҙы киң таралған уйын ҡоралдары менән таныштырыу музыка эшмәкәрлегендә төп урынды биләй.

10 слайд.

Эш төрҙәре: әкиәт, легендалар, йыр, уйын, күнекмәләр, дидактик уйындар, видеокүргәҙмәләр.

Мәҫәлән ,балаларҙы башҡорт халыҡ милли музыка ҡоралы ҡурай менән таныштырыу өсөн мин бәләкәс кенә әкиәт ҡулланам.

11 слайд – 18 слайд.

Слайдта әкиәт ҡарау.

19 слайд- 22 слайд.

Шулай уҡҮҙебеҙҙең районыбыҙҙан сыҡҡан атаҡлы ҡурайсылар Ишмулла Дилмөхәмәтов, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев, Ишморат Илбәковтар тураһында мәғлүмәт биреп, уларҙың ҡурайҙа уйнаған көйҙәрен тыңлатып, ҡурай тураһында алған белемде нығытып ҡуям.

23 слайд.

Аудитория менән эш.

“Ҡурай” уйынын уйнау. (уйын)

Ҡурай тауышын ишетеп

Беҙ сығабыҙ болонға

(Ҡурайсы уртала тора, балалар йырлап йөрөйҙәр)

Ҡурайсы менән бергәләп

Түңәрәктә уйнарға

(тыпырлайҙар)

Һай, һай, һай, һай

Матур йәшел болонда

(түңәрәкте ҡыҫалар, унан киңәйтәләр)

Ҡурайыңды беҙгә бир ҙә

Үҙең ҡарама бында

(балалар сәпәкәйләй, ҡурайсы бейеп ике баланың араһына барып баҫа ла, ҡурайын һона. Һай! тигән тауышҡа ике бала ике яҡҡа югерәләр, кем беренсе ҡурайҙы ала- шул ҡурайсы була, уйын ҡабатлана)

24 слайд.

Күнекмә “Ҡурай”. (күнекмә)



25 слайд.

Ҡумыҙ менән таныштырыу. (видеокүргәҙмә)

Ҡумыҙ менән балаларҙы таныштырғанда мин уларға әҙерәк уның тарихын да һөйләйем.

Элек- элек Башҡортостанда ҡумыҙҙы ҡаҙ ҡаурыйынан эшләгәндәр. 20 быуатҡа тиклем ҡумыҙҙа тик ҡатын- ҡыҙҙар ғына уйнар булған. Аулаҡ өйгә йыйылғанда ҡатын- ҡыҙҙар үҙҙәре менән ҡумыҙ алып килеп, йәшереп кенә уйнағандар, ҡумыҙ бит бәләкәй генә, йәшерер өсөн уңайлы. Был музыка ҡоралының әкрен генә тауышы сит кешеләрҙең ихтибарын йәлеп иттермәй генә уйнарға мөмкинселек биргән. Сөнки элек ҡатын- ҡыҙға ҡысҡырып һөйләшергә, йырларға рөхсәт ителмәгән. Шуға күрә улар үҙҙәренең хис- тойғоларын ҡумыҙ аша еткергәндәр.

Аудитория менән эш.

Ҡумыҙҙа сиртеп ҡарау.

27 слайд.

Думбыра менән таныштырыу.

Думбырала тик йор сәсәндәр генә уйнағандар. Улар үҙҙәренең ҡобайырында батырҙарҙың үлемһеҙлеген, тыуған яҡтың матурлығын маҡтап йырлағандар. Байҙарға ҡаршы тик думбырала уйнап йыр аша яуға өндәгәндәр. Ундай сәсәндәрҙе 20 быуат башында илдән ҡыуып сит ерҙәргә ебәргәндәр. Шуға күрә лә Башҡортостанда думбыра юғалып ҡалған.

Аудитория менән эш.

28 слайд – 33 слайд.

Дидактик уйын “Өс сәскә”.

Шулай уҡ уйын ҡоралдары тураһында төрлө йомаҡтар сисеп, уның тыш ҡиәфәтен нығытып ҡуябыҙ. Мәҫәлән:

34 слайд.

Тартыла ла, һуҙыла

Бар донъяға моң һала.. (гармун)



Бәләкәй генә көпшәлә

Уйылғандар тишектәр

Моңло тауыш сығарһа

Бейеп китә ситектәр (ҡурай)



Ҡарар күҙгә ҙур түгел

Киләсәге ҙур уның. (ҡумыҙ)

35 слайд.

Башҡорт бейеүҙәре милли мәҙәниәттең бер төрө булып һанала. Башҡорт бейеүҙәрендә ҡош, йәнлек образдары тыуҙырылған.

36 слайд.

Малайҙар өсөн “Батырҙар” , “Һыбайлылар”, “Ҡара юрғам”, “Үҫәргән байығы” бейеүҙәре ғорурлыҡ, етеҙлек кеүек сифаттарҙы тәрбиәләһә,

37 слайд -38 слайд.

ә ҡыҙҙарҙы “Беләҙегем”, “Кәкүк”, “Һаҡмар һылыуы”, “Бишбармаҡ” кеүек бейеүҙәрҙә нәҙәкәтлелек, һығылмалылыҡ, башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылыҡ биҙәй.

Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән “Ҡара юрға” көйөнә хәрәкәтләнеп ҡарайыҡ.

39 слайд.

“Ҡара юрға” көйөнә хәрәкәттәр. (ат сапҡан, сапсынған, һыбай барған, ҡамсы һуғыу кеүек хәрәкәттәр)

40 слайд.

“Ете ҡыҙ” бейеүе. Видеояҙма ҡарау.

Элек башҡорттар йәйләүҙә йәшәгәндәр. Бер ваҡыт уларҙың ерен ҡаҙаҡтар баҫып алғандар. Ирҙәрҙе үлтереп, матур ҡатын- ҡыҙҙарҙы үҙҙәре менән алып киткәндәр. Уларҙың араһында береһенән- береһе һылыу ете апайлы- һеңлеле ҡыҙҙар булған. Ҡыҙҙар ҡасып китмәһен өсөн ҡаҙаҡтар ҡыҙҙарҙың табандарын ярып ат ҡылын һалғандар. Шулай булһа ла ете ҡыҙ ҡасырға булғандар. Бөтә кеше йоҡоға талғанда ҡыҙҙар ҡасып киткән. Улар ялан аяҡ, етмәһә ҡыл һалынған аяктары ауырта, ҡаҙаҡтар һыбай ҡыуып еткәндәр. Ҡыҙҙар алдында ҙур күл булған, улар ҡайҙа ҡасырға белмәй шул күлгә етәкләшеп батып үлгәндәр. Уларҙың иҫтәлегенә был күлде “Күлтабан” тип атай башлағандар. Был күл Баймаҡ районында.

Был бейеү бик ҡайғылы, ете ҡыҙ ҡулға- ҡул тотоношоп, һалмаҡ ҡына итеп бейейҙәр. Ә күҙҙәре һәр ваҡыт аҫҡа табан юнәлгән,(сөнки улар үлгәндәр). Бейеүҙең аҙағында ғына улар бер һирпелеп ҡарайҙар ҙа кире ҡараштарын аҫҡа төшөрәләр, ләкин ғорур баштары эйелмәй. Хәрәкәттәре бер иш кенә, сөнки улар бер һүҙле, татыуҙар, уртаҡ ҡайғы кисерәләр.

Был бейеү аша балаларҙа татыулыҡ, ғорурлыҡ сифаттарын тәрбиәләргә мөмкин.

41 слайд -46 слайд.

Халыҡ уйындары.

Хәҙерге балалар уйындарҙы бөтөнләй уйнамай тип әйтһәк тә була, хәҙерге быуын балаларын күберәк компьютер, смартфон кеүек “уйынсыҡтар” нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә мин үҙемдең эшемдә музыка эшмәкәрлегендә музыкаль- ритмик хәрәкәттәр өлөшөндә милли уйындарға, йырлы түңәрәк уйындарына өҫтөнлөк бирәм.

Беҙҙҙең балалар бигерәк тә “Ҡурай”, “Баҡыр төп”, “Тирмә”, “Косилка- молотилка”,”Наза” уйындарын уйнарға ярата.

Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән “Өммөгөлсөм” исемле уйынды иҫкә төшөрөп үтәйек.

47 слайд.

Аудитория менән уйын “Өммөгөлсөм”.

(Аранан Өммөгөлсөм һайланыла,түңәрәк буйлап йырлап йөрөйҙәр, Өммөгөлсөм түңәрәктең ҡаршы яғынан хәрәкәт итә)

Беҙҙең Гөлсөм һыуға бара

48 слайд.

Тип материала: Документ Microsoft Word (docx)
Размер: 52.53 Kb
Количество скачиваний: 32
Просмотров: 143

Похожие материалы