Презентация по башкирскому языку на тему: С. Муллабаев. Осень. Виды предложений по цели высказывания.

Предмет: Другое
Категория материала: Презентации
Автор:

Дәрес: башҡорт (дәүләт) теле

Класс: 8

Дәреслек: Башҡорт теле

Дәреслек авторҙары: Усманова М.Ғ.,Ғәбитова З.М.

29- 32 се биттәр

Тема: Сөләймән Муллабаев “Көҙгө урман”. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре

Маҡсат: көҙ миҙгеленең матурлығын, күркәмлеген асыҡлау, тасуири уҡыу өҫтөндә эшләү, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: проектор, һүрәттәр

Дәрес барышы

1. Ойоштороу мәле

- Һаулыҡ һорашыу.

- Дежур уҡыусы менән әңгәмә.

Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.

(Йыһазландырылған таҡтаға ҡарап уҡыусылар менән дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү).

2. Фонетик-артикуляцион күнегеүҙәр.

Абағаға баға-баға башым бәрҙем бағанаға.

Һәҙиә һыйырына һуҡранып, һәнәгенең һабын һындырғансы һуҡты.

Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙҙеке, мөгөҙө үгеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙҙекеме.

3. Төп өлөш.

1) Автор тураһында белешмә:

Сөләймән Миңлеғужа улы Муллабаев 1924 йылдың 10 октябрендә Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы Иҫке Юлдаш ауылында тыуа.

4) Грамматик тема.

29-сы биттәге ҡағиҙә менән танышыу. Рус теле менән сағыштырыу. Миҫалдар килтереү: Быйыл көҙ бигерәк тә моңһоу килде. Ә ағастар шыбыр-шыбыр киләме? Йәмле лә һуң көҙ биҙәктәре! Мин был матурлыҡты күрергә тейеш!

5) Һүрәт буйынса һөйләмдәр уйлап яҙыу.

Терәк һүҙҙәр: көҙ, һауа торошо, ҡояш, йылы, ел, ямғыр, һары, һыуыҡ, япраҡ, көндөҙ, кис, һуҡмаҡ, ҡойола, ер, урман, төрлө төҫтә.

6) Көҙ тураһында һынамыштар, әйтемдәр, мәҡәлдәр әйтеү.

4. Йомғаҡлау.

Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдек?

Ниндәй яңы һүҙҙәр өйрәндек?

Дәресебеҙҙе ошондай шиғыр юлдары менән тамамлайыҡ:

Һәр миҙгелдең үҙ йәме бар,

Үҙ төҫө бар һәр айҙың.

Т. Дәүләтбирҙина

5. Баһалау.

6. Өйгә эш.

Тип материала: Презентация Power Point (ppt)
Размер: 58.5 Kb
Количество скачиваний: 42
Просмотров: 194

Похожие материалы