Рабочая программа по башкирскому языку

Предмет: История
Категория материала: Другие методич. материалы
Автор:

 

 

 

Аңлатма яҙыу.

 

          Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Төҙөүсе :  Нәғимова Лилиә Фәрит ҡыҙы

Дәреслек:Башҡорт  теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы  класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2005.

Программа кимәле : базислы

 

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «9-сы урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

-        «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-        Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-        Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;

-        Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;

-        Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

 

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

1.    телмәр эшмәкэрлеген формалаштырыу;

2.    телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

3.    бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

 

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.
  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).   

 

 

 

 

Бүлектәр

Сәғәттәр һаны

Диктант

Изложение

Инша

1

Һаумы, мәктәп! 

6

 

 

 

2

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.

11

1

 

1

3

Атамалар ни һөйләй?

7

 

1

 

4

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 

9

1

 

 

5

Башҡорт театры. 

3

 

 

 

6

Башҡорт халыҡ ижады.

8

1

 

 

7

Башҡорт аты.  

9

 

1

 

8

Башҡорт халыҡ милли аштары.  

7

1

 

1

9

Күңелле яҙ килә. 

7

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

 

  Һаумы, мәктәп!  (6 сәғәт)

          Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

          Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

 

 Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.  11сәғәт.

          Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

 

Атамалар ни һөйләй?  7 сәғәт.

            Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

            Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

  

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.  9 сәғәт.

          Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

 

Башҡорт театры.  3 сәғәт.

          Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

          Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

 

Башҡорт халыҡ ижады. 8 сәғәт.

          Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

 

Башҡорт аты.  9 сәғәт.

          Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

 

Башҡорт халыҡ милли аштары.  7 сәғәт.

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.

          Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентекле эш дауам итә.

 

Күңелле яҙ килә.  7 сәғәт.

          Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре.  Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә

 

 

 

 

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

 

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-        башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-        тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-        дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-        һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-        тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

 

 

 

 

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

 

            1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

            2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында героәға характеристика биреү;

-       тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

-       10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

-       эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

            3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

-       уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

            4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

-       диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

-       һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

-       диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

-       өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

-       һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).

-       үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

 

 

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 106 Kb
Количество скачиваний: 6
Просмотров: 93

Похожие материалы