Уртансы төркөм балалары өсөн музыканан театраллаштырылған белем биреү эшмәкәрлеге."Йәйге урманда тамаша"

Предмет: Музыка
Категория материала: Конспекты
Автор:


Музыка аҫтында балалар музыка залына инәләр “Был-минең тыуған ерем” (авторы Ә.Зиннурова)  исемле йырҙы башҡаралар һәм ултырғыстарға ултыралар.

Ҡыҙыл Кәпәс килеп инә.

Ниндәй  матур урманда, йәм-йәшел ағастар, төрлө-төрлө сәскәләр,ҡоштар сут-сут һайрайҙар.

Муз.етәксеһе: Һаумы, Ҡыҙыл Кәпәс, ашығып ҡайҙа китеп бараһың?

Ҡыҙыл Кәпәс:Һаумыһығыҙ, балалар, мин урманда йәшәгән өләсәйемде  тәмле бәлештәр менән һыйларға китеп барам.

Йәшен йәшнәгән тауыш ишетелә.

Ҡыҙыл Кәпәс:Уй, ямғыр яуырға уйлай шикелле, мин ошо ҡайын аҫтында йәшенеп торайым әле.

Ҡыҙҙар “Ямғыр уйнарға саҡыра” тигән йырҙы башҡаралар, төҫлө султанчиктар менән бейейҙәр.

Ҡыҙыл Кәпәс:Бына ямғыр ҙа туҡтаны, өләсәйемә бәшмәктәр йыйып алайым әле.

Малайҙар “Бәшмәктәр” бейеүен башҡаралар.

Музыка аҫтында кефир, консерва, кәнфит һалынған кәрзин тотоп Бүре килеп инә.

-Уф-ф-ф,саҡ килеп еттем, инде ошонда ғына ял итеп, тамаҡ туйҙырып алайым әле.

Бүре ашай,кәнфит ҡағыҙҙарын, консерва, кефир һауытын тирә-яҡҡа ташлап, йоҡларға ята.

Ҡуяндар инә.

1 Ҡуян: Ҡайһылай рәхәт урманда, саф һауа.

2 Ҡуян: Әйҙә бер бейе алайыҡ әле.

Ҡуяндар күңелле көй аҫтында бейейҙәр, бер Ҡуян аҫҡай башлай.

-Уй-уй-уй, аяғымды нимәгәлер баҫтым,тиҙерәк ярҙамға! (илай)

Ҡыҙыл Кәпәс килеп инә:

Ниндәй ҡурҡыныс күренеш, кем бында булды, кем ҡый ташлап китте? Хәҙер, Ҡуян, беҙ һине докторға күрһәтәйек тә, ә унан бергәләшеп урманды ҡыйҙан таҙартып алырбыҙ.

Сығып китәләр, ике Тейен килеп инә.

-Ау-у, һин исмаһам бер бәшмәк таптыңмы?

-Юҡ, бер бәшмәк тә тапманым әле, бында кемдер булған, бәшмәктәрҙе өҙөп, тапап бөткән, тирә- яҡҡа ҡый туҙҙырып киткән!

Шул ваҡытта Ҡыҙыл Кәпәс менән Бүре килеп инәләр.

Бүре:  Яратмайым ҡыҙҙарҙы, кәрәкмәгән ергә танауҙарын ҡыҫтыралар, миңә иркенләп йәшәргә бирмәйҙәр.

Тештәремде ҡайрайым, ҡыҙҙарҙы мин ашайым!

Ҡыҙыл Кәпәс: Мин һинең тештәреңдән ҡурҡмайым, Бүре, яҡшылыҡ менән һорайым, кем урманда ҡыйҙар ташлап китте?

Бүре: Ә һиңә нимәгә, мин булдым бында, ошо ҡайын аҫтында ашаным, ял иттем.

Ҡыҙыл Кәпәс: Нисек һиңә оят түгел, Бүре, шундай матур тәбиғәттең ҡәҙерен белмәйһең, һаҡламайһың!

Тейендәр: Беҙ ҙә яратабыҙ урманда ял итергә, әммә ләкин беҙ ҡый ташламайбыҙ, һәр ваҡыт урманды тартып торабыҙ!

Бүре: Ярар-ярар, шауламағыҙ, һеҙ мине ғәфү итегеҙ. Инде урманды мин һаҡлармын, бар ҡыйҙан таҙартырмын, мине бит юҡҡа ғына урман санитары  тип атамайҙар! (Үҙенең ташлаған ҡыйҙарҙы йыйып ала)

Ҡуяндар: Тәбиғәт менән һәр саҡ дуҫ булайыҡ, уны беҙ һаҡлайыҡ!

Тейендәр: Шунда ғына тәбиғәт беҙҙе һәр ваҡыт ҡыуандырып торор!

 

Бергә күңелле бейеү башҡаралар.

Тип материала: Документ Microsoft Word (docx)
Размер: 84.61 Kb
Количество скачиваний: 36
Просмотров: 147

Похожие материалы