Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн Яңы йыл байрамына сценарий.

Предмет: Другое
Категория материала: Конспекты
Автор:

Яңы йыл байрамына сценарий.

Яңы йыл. Ниңә мине берәүҙә ҡаршы алмай? Әллә ҡасан килеп еттем. Уф, арыным. Ниңә генә иҫке йылды ҡаршы тыңламаным? Балалар янына Ҡыш бабай менән генә бар ,- тигәйне. Бүләктәремде үҙем таратам, Ҡыш бабай кәрәкмәй,- тинем. Оҙон юл үттем, ә берәүҙә Яңы йыл икәненә ышанмай.Хәҙер Ҡыш бабайҙы ҡайҙан табайым? Уны күргәнем дә юҡ. Ҡыш бабааай.... Ҡыш бабааай....Моғайын ул бик ҡарттыр ул....

Айыу инә. Эйе , ҡартмын шул. Саҡ-саҡ йөрөйөм. Хатта Яңы йылды ҡаршыларға хәлем юҡ.

Яңы йыл. Ҡарт булғас, ул Ҡыш бабайҙың үҙе!

Айыу. Тап үҙе! Ооо, Яңы йыл!.Ҡайҙа минең тоғом? Ҡана бир ҙә китәйем.

Яңы йыл. Хикмәтле тоғоңдо ал,Ҡыш бабай.

Айыу. Нисек хикмәтле? Тоҡ тоҡ инде ул!

Яңы йыл. Тоҡтоң бауын ҡыш бабай ғына сисә ала.

Айыу.Һе, бына ғәжәп. Бауҙы ғына сисәм мин. (сисеп ҡарай, сисә алмай). Юҡ сиселмәй.

Яңы йыл. Туҡта-туҡта, кем һин? Яңы йыл аодаҡсыларҙы яратмай. Минең бүләк балаларға ғына.

Айыу. Асыуланма, зинһар. Мин бит Айыу. Мин  шаярттым ғына.

Ҡыш бабайҙы табышһаң, асыуланмам.

Айыу. Мин һиңә ярҙам итермен, Яңы йыл.

Төлкө килеп инә.

Төлкө. Ниндәй матур шыршы,  Әллә Яңы йыл байрамы инде.

Яңыйыл. Был Ҡупшыҡай Ҡыш бабай ахыры.

Төлкө. Тап үҙе, мин Ҡыш бабай. Тик ҡулым ауырта, шуға тоҡто моронома ултырт, зинһар. Шундай йомшаҡ, йомро күренәһең, үҙеңдә менеп ултыр. Мин һиңә матур йыр йырлармын.

Яңы йыл. Күтәр мороноңдо.Туҡта һаҡалың ҡайҙа? Ҡыш бабайҙың һаҡалы бар бит. Хәйләкәр төлкө таныным бит.

Төлкө. Сеү-сеү, Яңы йыл, бәләкәсем. Асыуланма инде. Мин һиңә хәҙер ысын Ҡыш бабайҙы килтерәм. (сығып китә)

Яңы йыл. Юҡ бында Яңы йылды яратмайҙар, ахыры.Ниңә генә Ҡыш бабайҙы көтмәнем икән?

Төлкө кәзәне алып инә.

Төлкө. Бына Ҡыш бабайҙы килтерҙем. Һаҡалы ла бар, аҡылыла бар. Шулаймы, бабай?

Кәзә.Мәә, шулай. Аҡыл күп инде ул миндә.Ана тоҡтағы бер кәбеҫтә генә етмәй. Шул булһа етә, артығы кәрәкмәй.

Яңы йыл. Ниндәй кәбеҫтә? Ә, был бит кәзә!!!Һинең дә Ҡыш бабай булғың киләме?

Их, ниңө генә Иҫке йылды тыңламаным икән? Әй, Иҫке йыл! Ҡыш бабайҙы күрмәнеңме?

Иҫке йыл. Ҡыш бабай ваҡыты бик тығыҙ. Балаларға бүләктәрен өләшеп йөрөй. Тиҙҙән бында ла килеп етер. Кескәй дуҫтарым, һеҙгә Яңы йыл кәрәкме?

Балалар. Кәрәк, кәрәк.

Айыу. Асыуланма Яңы йыл, беҙ бит һине һынап ҡына ҡараныҡ.

Төлкө . Һинең ышаныслы йыл икәнен аңланыҡ.

Кәзә. Ул аҡыллы ла, ғәҙел дә, йомарт та.

Иҫке йыл. Әйҙәгеҙ бергәләп Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ.

ҠЫШ БАБАААЙ...  ҠЫШ БАБАААЙ.... ҠЫШ БАБАААЙ....

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, бәләкәс дуҫтарым!

Килгән юлым бик урау,

Булды ҙур мәшәҡәттәр.

Ҡарһылыу ҡыҙым менән

Килтерҙек күстәнәстәр.

Ҡарһылыу.

Ошо йылда кем дә кем

Яҡшы эштәр башҡарған,

Кем дә кем бик тырышып,

4-кә, 5-кә уҡыған,

Кем һөнәрле, кем өлгөр –

Шул дуҫтарыма бөгөн

Төрлө бүләктәр тейер.

-         Балалар әйҙәгеҙ, Ҡыш бабайға үҙебеҙҙең һөнәрҙәребеҙҙе күрһәтәйек.

1 кл уҡыусылары ТЫШТА ҠАР ЯУА йырын йырлайҙар.

 

-         2 класс уҡыусылары ШАЛҠАН әкиәтен әҙерләгәндәр.

 

-         Дуҫтар, әйҙәгеҙ, Ҡыш бабайға матур йыр йырлап ишеттерәйек.

ҠЫШ БАБАЙ МЕНӘН БЕРГӘ ДЕД МОРОЗ ИДЕТ йырын йырлау.

 

-         4 класс уҡыусылары матур итеп бейей беләләр. Йә һөнәрегеҙҙе Ҡыш бабайға күрһәтегеҙ әле. БЕЙЕҮ.

 

-         ЙОМРО ИКМӘК әкиәтен менән 3 класс уҡыусылары сығыш яһай.

 

-         4 класс уҡыусылары инценировка әҙерләгәндәр.

 

-         Әйҙәгеҙ ҡыш бабайҙы бейетеп алайыҡ.  ҠЫШ БАБАЙ БЕЙЕЙ.

 

-         Ҡыш бабай арып китте инде үҙебеҙ бейейек. ТАНЕЦ МАЛЕНЬКИХ  УТЯТ.

 

-         В ЛЕСУ РОДИЛАСЬ ЕЛОЧКА йырын йырлау.

 

-         Ҡарһылыу ЙОМАҠ ҡоя.

 

-         ЙЫР Хәйруллина Карина башҡарыуында.

 

-         БЕЙЕҮ Мулюкова Эльвина

 

-         ШИҒЫР Арсен, Рамазан, Алина, Карина, Вадим, Айҙар.

 

-         Балалар, Ҡыш бабайға һүҙ бирәйек.

 

-         Ҡыш бабай. Был мәктәптә аҡыллы,һөнәрле, зирәк, итәғәтле балалар уҡый икән.Мине бик тә ҡыуандырҙығыҙ. Рәхмәт.

 

-         Ҡарһылыу. Ҡыш бабайҙы башҡа ерҙәрҙә лә көтәләр.

 

-         Балалар, әйҙәгеҙ Ҡыш бабайға хәйерле юл теләп ҡалайыҡ.

 

 

-         Хуш бул, Һау бул Ҡыш бабай, Хәйерле юл!!!!

Тип материала: Документ Microsoft Word (docx)
Размер: 18.28 Kb
Количество скачиваний: 106
Просмотров: 359

Похожие материалы