Музыкально-литературный вечер по творчеству М.Карима
Предмет: | Другое |
---|---|
Категория материала: | Другие методич. материалы |
Автор: |
Мухамедьянова Гульфия Миннигалиевна
|
Асыҡ кластан тыш сараның технологик картаһы.
Уҡыу дисциплинаһы: «БР-ҙың дәүләт теле булараҡ башҡорт теле».
Кластан тыш сараның темаһы: «Мостай Кәрим- милләтебеҙҙең рухи йондоҙо».
Төркөм: 1 З – 1, 1 Э -1
Һөнәр: 21.02.05«Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре»
38.02.05 «Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе »
Уҡытыусылар: Йомағолова Гөлназ Камил ҡыҙы,
Мөхәмәтйәнова Гөлфиә Миңлеғәли ҡыҙы,
Хисаметдинова Резида Мәхмүт ҡыҙы.
Сараның бурыстары һәм маҡсаты:
· Белем биреү:
Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады, тормош юлы менән таныштырыу.
· Үҫтереүсе :
· Уҡыусыларҙың башҡортса һөйләү һәләтен камиллаштырыу.
· уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, ижади эшмәкәрлеген (алдан һиҙемләү, күҙаллау тойғоһон), һөйләү һәм яҙма телмәр күнекмәләрен (диалогик), хәтерҙәрен, логик фекерләүен үҫтереү.
· Тәрбиәүи:
· М.Кәрим ижадына йәмғиәттең иғтибарын арттырыу.
· Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү;
· Башҡорт теленең байлығын, мәҙәниәтен билдәләгән әҙәбиәтселәр менән танышыу;
· Студенттар араһында башҡорт әҙәбиәтенең классик һәм заманса поэзияһын пропагандалау.
· Предмет-ара бәйләнеш: сәнғәттең төрлө төрҙәре (музыка, кино, һынлы сәнғәт), тарих, рус теле, география,философия, психология.
· Уҡыу-күргәҙмә әсбаптар һәм йыһазландырыу:
· компьютер; мультимедиопроектор; “Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы” тигән темаға презентация; Башҡортостандың физик картаһы; М. Кәримдең фотоһүрәттәре; М. Кәримдең китаптарынан күргәҙмә, , фотоальбом, гәзит-журналдар; аудио- һәм видеояҙма.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ:
1. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1971-1973.
2. Мостай Кәрим. Айгөл иле : пьесалар / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1979. – 480 бит.
3.Мостай Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1981. – 286 бит.
4. Мостай Кәрим. Шиғырҙар поэмалар / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1985. – 240 бит.
5. Мостай Кәрим. “... Күкрәгемдән ҡоштар осорам”. – Өфө:Уҡытыусыға ярҙамға, 2009.-72 бит.
Башҡорт халык ижады. 10-сы том. 1-се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. - Өфө: Китап, 2006.
6. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө, 1997.
7. Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1992.
Кисәнең барышы
Тамаша залы байрамса биҙәлгән.
Слайдта эпиграмма итеп Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре килтерелгән “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо”.
Таҡта уртаһында М.Кәримдең портреты.
Я
Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы буйынса викторина һорауҙары.
1.Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? (1919 йылдың 20 октябрендә? Шишмә районы Келәш ауылы).
2. Мостай Кәримдең тәүге баҫылып сыҡҡан китабы нисек атала? (“Отряд ҡуҙғалды»).
3 .Нисәнсе йылда М. Кәримгә халыҡ шағиры исеме бирелгән?
(1963 йылда).
4. 1978йылда ниндәй бик юғары почетлы награда менән бүләкләнгән?
(Г. Х. Андерсен исемндәгеХалыҡ-ара почетлы диплома).
5.Мостай Кәримдең 4 иң яҡын дуҫын әйтегеҙ.(Айҙар, Ғабдулла, Вәзир, Гөлнур).
6.Дәрүиш – тигән герой ниндәй әҫәрҙән ?
(«Ай тотолған төндә»).
7.Нисәнсе йылда Салауат исемендәге лауреат премияһы бирелгән?
(1967йыл).
8.Мостафа тигән герой ниндәй әҫәрҙән?
(«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»)
9. М. Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ бар? («Айгөл иле», «Ташлама утты, Прометей!», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Оҙон-оҙаө бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме»).
10.Тәү башлап ҡайҙа әҫәрҙәрен яҙа башлаған?
(Тыуған ауылында-Келәштә)
11. Йәнтимер тигән герой ниндәй әҫәрҙән ?
Тип материала: | Документ Microsoft Word (docx) |
---|---|
Размер: | 3.81 Mb |
Количество скачиваний: | 25 |