План урока на тему "Антонимы" (4 класс)

Предмет: Начальные классы
Категория материала: Конспекты
Автор:

Дәрес тураһында бихисап мәҡәләләр, китаптар яҙылған. Белем биреүҙең йөкмәткеһе һәм маҡсаттары үҙгәрә, уҡытыуҙың яңы саралары тәҡдим ителә, әленән-әле реформалар тыуып тора, ләкин дәрес белем биреүҙең төп формаһы булып ҡала килә.

Күпме генә  яңылыҡтар индерелһә лә, уҡытыусы менән уҡыусы дәрестең төп геройҙары булыуҙан туҡтамай. Уҡытыусының уҡыусыны шәхес итеп ҡабул итеүе, уның кисерештәренә, эске донъяһына иғтибарлы булыуы мөһим. Ә шәхесте үҫтереүҙең төп факторы – эшмәкәрлек. Эшмәкәрлек – баланың уйыны, уҡыуы, һөйләүе, фекерләүе ул. Шуға күрә, һәр уҡытыусы дәрескә план төҙөгәндә түбәндәге һорауҙарҙы күҙ уңында тотоп, уға ижади ҡараш аша килергә тейеш:

Ни өсөн? (һәр эштең маҡсаты билдәләнә);

Нисек? (уның тормошҡа ашырыу юлдары билдәләнә);

Нимәгә өлгәшергә тейеш? (һәр эштән ниндәй һөҙөмтә көтөлә).

Бөгөнгө көн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу дәресте бар яҡлап байыта, уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Фольклор үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы, милли паспорты. Телде өйрәнгәндә уны ҡоро күнегеүҙәр менән генә өйрәтеү артыҡ ҙур һөҙөмтәләр бирмәй. Милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йола поэзияһын, сәсәнлек мәктәбен, халыҡ медицинаһы, мәҙәниәте, халыҡтың кәсептәре кеүек темаларҙы грамматик темаға үреп алып барыу – һәр дәрестә ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә. 

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 48.5 Kb
Количество скачиваний: 26
Просмотров: 121

Похожие материалы