Разработка урока по башкирскому языку на тему " Мустай Карим" ( 6класс)
Предмет: | ИЗО, МХК |
---|---|
Категория материала: | Конспекты |
Автор: |
Абдуллина Зайтуна Самигулловна
|
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа №5»
городского округа город Кумертау
Республики Башкортостан
Республиканский конкурс на лучшую методическую разработку, посвященную 95-летию народного поэта Республики Башкортостан Мустая Карима.
Жизнь и творчество Мустая Карима
(урок - путешествие)
Учитель: Абдуллина
Зайтуна Самигулловна
Башҡортостан Республикаһы
Күмертау ҡалаһы ҡала округының
«5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры
Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына
арналған асыҡ дәрес
Мостай Кәримдең тормош юлын
һәм ижадын өйрәнеү.
дәрес – сәйәхәт
(компьютер технологияһын ҡулланыу)
Уҡытыусы: Абдуллина
Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы
Мәҙәниәт йылына арналған кисә.
Башҡортостан республикаһының күренекле шәхестәре
Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады
Маҡсат: Мостай Кәрим тураһында биографик белешмәлә уның яҙыусы һәм шәхес булыуын сағылдырыу. Үҡыусыларҙың белемдәрен тулыландырыу, тәрәнәйтеү нигеҙендә яҙыусының тормошона һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: БР картаһы, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, компьютер, проектор.
Хәйерле көн хөрмәтле уҡытыусылар, ҡунаҡтар,уҡыусылар.
1. (слайд) Беренсе туҡталыш.
Үҫмер һәм бала сағы
Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы класта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра.
2.(слайд) Икенсе туҡталыш. Белем һәм тормош баҫҡыстары
1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17 -се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3-сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа. Мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡҡына барып етмәй ҡала. Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә һәм фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй.
3.( слайд) Өсөнсө туҡталыш. Тәүге аҙымдары
1930-сы йылдарҙа яҙа башлай.
1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә;
1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға.
Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.
4.(слайд) Дү
Тип материала: | Документ Microsoft Word (docx) |
---|---|
Размер: | 161.79 Kb |
Количество скачиваний: | 18 |