"Әсәйем-алтыным,берҙән берем" исемле байрам сценарийы

Предмет: Классному руководителю
Категория материала: Конспекты
Автор:

сценарий праздника посвященный к дню Матери. Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, тыуған телде өйрәткән, халыҡ  моңон күңелеңә һеңдергән.  Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң ?

  Көндөң яҡтылығы – ҡояшта ,

  Күктең матурлығы - йондоҙҙарҙа,

  Ерҙең гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙарҙа.

   Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.

 

 Бөгөн ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙең яҡты, илаһи зур байрамы. Ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡын, әсәйҙән дә рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙән дә оло йәнле зат юктыр.

Әйтәһебеҙ килә бөгөн                   

Ҡәҙерле әсәйҙәргә -

Был байрам доньяга килгән

Ҡояш нуры һибергә.

Был байрамдагы йылылык

Быуаттарга етәрлек

Һеҙҙең наҙлы ҡулдарығыҙ

Әкиәтте ысын итерлек.

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 73.5 Kb
Количество скачиваний: 26
Просмотров: 145

Похожие материалы