Туған әҙәбиәттән Ш. Бабичтың «Ҡурайҡайға» шиғырына презентация.
| Предмет: | Другое |
|---|---|
| Категория материала: | Презентации |
| Автор: |
Байракаева Гулькай Радиковна
|
Мы восстанавливаем материалы только с согласия их авторов.
Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын,
Һөйлә Һаҡмар, Яйыҡ, Ашҡаҙарҙы,
Һөйлә йәмле Урал буйҙарын;
Һөйлә ожмах кеүек сәхрәләрҙе,
Йәйелеп ятҡан йылҡы, ҡуйҙарын,
Һөйлә йәйләүҙәрҙә йәйҙе йәйләп,
Ҡырҙан ҡырға күсеп ҡуныуҙы;
Һөйлә ҡашмау кейеп, селтәр бәйләп,
Ҡырҙа йырлап йөрөгән һылыуҙы,
Һөйлә елберләгән таллыҡтарҙы
Шылтырап аҡҡан шишмә буйында;
Һөйлә күбәләктәр бал ҡорттарҙы
Уйнап осҡан сәскә ҡуйынында,
Һөйлә тарихыңдан, яуҙарыңдан,
Һөйлә ҡанлы башҡорт болаһын;
Һөйлә олатайҙар хәлдәренән,
Йөрөш, торош, заңын, йолаһын…
| Тип материала: | Презентация PowerPoint (ppt) |
|---|---|
| Размер: | 2,96 МБ |
| Количество скачиваний: | 42 |