Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуҙа тыңлап аңларға өйрәтеү юлдары

Предмет: Иностранные языки
Категория материала: Другие методич. материалы
Автор:

"Описание материала:

Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуҙа тыңлап аңларға өйрәтеү юлдары Белем биреүҙең Федераль дәүләт стандартында уҡыусыларҙа белем, оҫталыҡ, күнекмә булдырыу нигеҙендә төрлө компетентлыҡтар формалаштырыу ҡаралған. Шуға күрә башҡорт теленә өйрәтеү процесында уҡыусыларҙа тел һәм телмәр компетентлығын, коммуникатив компетентлыҡты формалаштырыу төп урынды биләй. “Компетентлыҡ” терминының мәғәнәһендә асыҡлыҡ индереп китәйек: 1) нәмәне булһа ла яҡшы итеп эшләй белеү; 2) эшкә урынлашҡанда ҡуйылған талаптарға тура килеү; 3) үҙенсәлекле хеҙмәт функцияларын башҡара белеү. Ғилми-методик әҙәбиәттә компетентлыҡтың классификацияһы күп төрлө.

Тикшерелеүсе проблема күҙлегенән беҙҙе айырыуса уҡыусыларҙа өс компетентлыҡты булдырыу ҡыҙыҡһындыра 1) тел компетентлығы – тел күренештәрен белеү һәм аңлау; 2) телмәр компетентлығы – төрлө ситуацияларҙа дөрөҫ итеп телмәр ҡороу оҫталығы; 3) коммуникатив компетентлыҡ – ошо тел ярҙамында кешеләр менән төрлө шарттарҙа аралаша белеү, тел саралары ярҙамында проблемаларҙы сисеү Уҡыусыларҙың башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыу юлдарын Дәүләтшина М.С. түбәндәге этаптарға бүлеп ҡарай: 1. Башҡорт телендә тыңлап аңларға өйрәтеү (аудирование). 2. Башҡортса аралашырға (общение) өйрәтеү. 3. Башҡорт телендә дөрөҫ, тасуири уҡырға өйрәтеү. 4. Төрлө типтағы текстарҙы башҡортса яҙырға өйрәтеү.

Башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыу - ул тыңлап аңлау, һөйләшеү, уҡыу, яҙыу күнекмәләренә таянып телмәр-аралашыу процесын булдырыу( ҡороу). Ғәҙәттә, традицион дәрестәрҙә уҡыусылар - тыңлаусы, ә уҡытыусы бөтә мәғлүмәтте биреүсе булһа, яңы стандарттар буйынса уҡытыусы - ойоштороусы, консультант. Шунлыҡтан дәрестәр түбәндәге моделдәр буйынса уҙғарыла: - ни өсөн? (һәр эштең маҡсаты билдәләнә), - нисек? (уны тормошҡа ашырыу юлдары асыҡлана); - нимә килеп сығырға тейеш? (һөҙөмтә) Ошо дәрес этаптарын ҡулланып, телмәр компетентлығын формалаштырыу күнегеүҙәрен башҡарыу - уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. 1. Тыңлап аңларға өйрәтеү (аудирование) үҙенсәлектәре. Рус мәктәбендә башҡорт теле дәресендә һөйләү, тыңлап аңлау, уҡыу, яҙыу күнекмәләренә өйрәткәндә, һәр береһенә хас эш төрҙәре була. Шуларҙың береһе – тыңлап аңлауға (аудирование) иғтибарҙы йүнәлтәм. Тыңлап аңлау – сит телдәр уҡытыу методикаһында киң ҡулланылған алым. Башҡорт телен уҡытыуҙа ул тик I – III класc дәреслектәрендә “тыңла һәм аңларға тырыш”, тип бирелә. Ә тыңлап аңларға өйрәтеү этабы – иң ауыр телмәр эшмәкәрлеге, cөнки сит телмәрҙе аңлау өсөн тыңлай белеү мөһим. Белеүебеҙсә, балаларҙың тыңлау хәтере (слуховая память) күреү хәтеренә (зрителная память) ҡарағанда аҙыраҡ үҫешкән. Шуға күрә тыңлап аңларға өйрәтеүҙә хәтерҙең шәп булыуы, уҡыусыларҙың логик фекерләй белеүе, телде тойомлап аңлау һәләте лә ҙур роль уйнай. Дәүләтшина М.С. билдәләүенсә, тыңлап аңларға өйрәтеү процесында уҡыусылар түбәндәге ауырлыҡтарға осрай: 1) мәғлүмәттең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм бер тапҡыр ғына тәҡдим ителеүе; 2) сит кешеләрҙең телмәрен аңлау ауырлығы; 3) тауыштың индивидуаль һыҙаттары (тембр, темп һ.б.) Бер яҡтан ҡарағанда, текстың тиҙ арала бер тапҡыр ғына яңғырауы аңлағынды контролләп өлгөрмәүгә килтерһә, икенсенән, сит телдә шәп һөйләү ваҡытында өндәрҙең дә үҙгәреше барлыҡҡа килә. Шулай уҡ тыңлап аңларға өйрәтеүҙә уҡытыусының телмәре ҙур роль уйнай. Ул эталон булып тора. Техник саралар ярҙамында бирелгән мәғлүмәттән айырмалы рәүештә, уҡытыусының телмәре ситуатив һәм вербаль булмаған сараларға бай. Уҡытыусы, тыңлаусыларҙың мөмкинселегенән сығып, телмәренең темпын һайлай, әйтелгәнде аңлатып китә, төрлө тел сараларын ҡуллана. Шулай ҙа тик уҡытыусыны ғына тыңлап аңларға өйрәнеү башҡа кешеләрҙең телмәрен аңлауҙы ауырлаштыра, шуның өсөн техник саралар ҙа ҡулланыла. Аудиояҙма файҙаланғанда иң элек уҡытыусы үҙенең телмәрен һөйләп яҙҙыра (уҡыусыларға таныш бит!), артабан ирҙәр тауышын тыңлау, һуңынан ҡатын-ҡыҙ тауышы менән балалар тауышына күсеү ҡарала. Тыңлап аңларға өйрәтеүҙе иң элек бәйләнешле 3-4 һөйләмдән башларға, тәүге осорҙа ике тапҡыр тыңларға мөмкин. Тыңлау өсөн тәҡдим ителгән күнегеүҙәрҙә уҡыусыларға бирелгән күрһәтмәләр мөһим әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, тексты тыңлап нимә тураһында һүҙ барғанын аңларға; планға таянып ҡыҫҡаса һөйләп бирергә һ.б. Бындай осраҡта тыңлаусы телмәрҙә нимә тураһында һүҙ барасағын алдан күҙҙаллай, үҙе өсөн телмәр мәсьәләһе ҡуя һәм нимәне иҫтә ҡалдырырға, сағыштырырға, асыҡларға икәнен билдәләй. Йомғаҡлау Шулай итеп, дәрестә башҡарылған күнегеүҙәр, эш алымдары маҡсатлы, ижади характерҙа булғанда, системалы ҡулланылғанда ғына, уҡыусыларҙың башҡортса тыңлап аңларға өйрәтеү һәләттәрен үҫтереү мөмкин. Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып ошондай һығымта яһарға була: 1) Уҡыусыларға тәҡдим ителгән күнегеүҙәрҙә, текстарҙа, эш төрөндә улар өсөн яңы мәғлүмәт бирергә тырышыу; 2) Төрлө тел һәм телмәр уйындарын, проблемалы һорауҙарҙы, ярыш элементтарын йыш ҡулланыу; 3) Уҡыусыларға эш төрҙәрен, текстарҙы һайлау мөмкинлеген күберәк биреү – улар башҡортса телмәр компетентлығын формалаштырыуға ҙур йоғонто яһай.

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 122 Kb
Количество скачиваний: 12
Просмотров: 159

Похожие материалы