Башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр һәм дидактик уйындар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Предмет:
|
Начальные классы
|
Категория материала:
|
Конспекты
|
Автор:
|
Юсупова Раузиня Юмабаевна
|
Здесь была ссылка на работу Башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр һәм дидактик уйындар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү. автора Юсупова Раузиня Юмабаевна.
Ссылка на нее удалена по требованию посредника Инфоурок.
Если вы являетесь автором этой работы и хотите подтвердить её публикацию на этом сайте,
.
Бөгөнгө көндә урыҫ телле балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, уларҙың һүҙлек запасын арттырыу һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланырға өйрәнеү бик актуаль мәсьәлә. Уҡыусыларҙың лингвистик аң-даирәләрен киңәйтеп, телгә һөйөү, уны өйрәнергә ынтылыш тәрбиәләү, һөйләгән һәм яҙған саҡта һүҙ өсөн яуаплылыҡ хисен тойорға күнектереү, фекере аңлайышлы, күңеләге хистәрҙе матур һәм үтемле итеп бирә белеү, ижади эшләү барлыҡ мәҙәниәтле кеше өсөн дә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү – һәр уҡытыусы алдында торған бурыстар. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – дидактик уйындар. Тема буйынса һайлап алынған дидактик уйындар баш6орт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, отошло итә, уҡыу материалын үҙләштереүҙе яҡшыртып, ыңғай һөҙөмтә бирә. Насарыраҡ уҡыған уҡыусылар ҙа уйындарҙа үҙ командаһын артта ҡалдырмаҫ өсөн ҙур теләк менән ҡатнаша, ҡушылып китә. Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусылар ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, әәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, фонетик, лексик, һәм грамматик материалды нығыталар.Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа коллективизм, дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый. Мәҫәлән: «Бер хәреф уйыны». Һәр уҡыусы үҙенә бер хәреф һайлап ала. Уйынды алып барыусы һорауҙар әҙерләй. Беренсе уҡыусы Икенсе уҡыусы Һинең исемең нисек? Әлфиә Булат - Фамилияң нисек? Әйүпова Батыршин - Ҡайҙан килдең? Әлшәйҙән Бөрйәндән - Ҡайҙа киттең? Әбйәлилгә Борайға -Һине унда кем көтә? Әсәйем Батыр - Һин уға күстәнәскә, бүләккә нимә алдың? Әфлисун Барабан «Шаҡмаҡтарҙы тултыр» уйыны. а а а а а а а а а а а а а а а аласыҡ абаға башмаҡ табаҡ стакан ярата бағана ҡалаҡ бармаҡ астра тартма Сифат темаһын өйрәнгәндә, «Мин башлайым, һин дауам ит» уйынын уйнарға мөмкин. Уҡытыусы төрлө рәсемдәр күрһәтә, уҡыусылар ниндәй икәнен асыҡлай. Мәҫәлән: ҡыяр һүрәте. Уҡыусылар: йәшел, ҙур, тоҙло, тәмле, әсе. У6ытыусы: алма. Уҡыусылар: ҡыҙыл, һары, һутлы, шәрә1тле, тәмле. Уҡыусылар ребустарҙы ла, грамматик башватҡыстарҙы ла бик теләп сисәләр. Мәҫәлән: «Т» менән башланһам, Хайуанды белдерәм. «К» менән башланһам, Йылмайтам, көлдөрәм. ( төлкө – көлкө). «Ҙ»-ға бөтһә – һанарһың, « Н»-а бөтһә – яғырһың. ( утыҙ - утын). Тәүге ижегем – ҡалҡыу ер, Икенсеһе – бер йылға. Уларҙы һин бергә ҡушһаң, Йөрөр ихатала. ( тау + ыҡ). Бер ижегем әйтеп тора Ниндәй төҫтә икәнен. Икенсеһе «ҡош» тиһәгеҙ, Күрерһегеҙм осоп киткәнен. ( аҡ + ҡош). Йомғаҡлап әйткәндә, дидактик уйындар балаларҙың уйлау, фекерләү, эҙләнеү һәләттәрен асырға ҙур мөмкинлек бирә. Тик был эштәрҙе системалы эшләгәндә генә, уҡытыусы оло маҡсаттарға ирешә ала. Ҡулланылған әҙәбиәт: 1. Ф.Ғ. Хисаметдинова, М. Эрсен-Раш, З.Ғ. УраҠсин. Башҡорт теле. Рәхим итегеҙ! «Өфө. «Китап», 2000. 2. «Башҡортостан уҡытыусыһы» №7, 2004. 3. «Башҡортостан уҡытыусыһы» №9, 2008.
Тип материала:
|
Документ Microsoft Word (doc)
|
Размер:
|
126.5 Kb
|
Количество скачиваний:
|
97
|
Просмотров: 287
Похожие материалы