Башҡорт теленән эш программаһы

Предмет: История
Категория материала: Другие методич. материалы
Автор:
    II. Аңлатма яҙыу  Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   9-сы б  класы  өсөн башҡорт теленән  эш программаһы федераль  һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008. : Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек.-Өфө: Китап,2005.-176 бит.   Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программала 68 сәғәт бирелһә, “3-сө Лицей” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы ла 68 сәғәт күләмендә тормошҡа ашырыла. Уҡыу йылы эсендә контроль характерҙағы яҙма эштәрҙең күләме түбәндәгесә ҡаралған;     Диктант-4    Инша-2    Изложение-1  Байрам көндәренә тап килгән даталар киләһе тема менән берләштерелеп үткәрелә.       Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә                  Маҡсаттар һәм бурыстар түбәндәгесә билдәләнә: 1.    Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу. 2.    Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү. 3.    10-11-се кластар өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәге текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ-аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү. 4.    Аралашыуҙа кәрәк булла торған типик һөйләмдәрҙе күсереп һәм фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу. 5.     Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында, практик файҙаланырға өйрәтеү. 6.    Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һ.б. менән таныштырыуҙы дауам итеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.           III. Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар 1.      Художество әҫәрҙәре ( шул иҫәптән драма әҫәрҙәрен) тасуири уҡыу.          Уҡылған әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма йәки телдән һөйләп биреү.          Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға    тулы яуап биреү.         Яҙма йәки телдән  сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү. 1.     Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итә белеү; 2.     Тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү; 3.     7-8 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.      4.  Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү,  уларға исем биреү, план төҙөү;      5.  Газет- журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;      6.   Әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү 7.     Һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнештә эйәртеүсе  һәм эйәрсән киҫәктәрен ( аныҡлаусы, хәлдәр) айыра белеү.      
Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 32 Kb
Количество скачиваний: 54
Просмотров: 225

Похожие материалы