Өлкәндәр төркөмө өсөн музыканан “Умырзая” дәрес конспекты

Предмет: Музыка
Категория материала: Конспекты
Автор:

Өлкәндәр төркөмө өсөн музыканан “Умырзая” дәрес конспекты

Төп белем биреү өлкәһе- музыка.

Белем биреү өлкәһендәге интеграциялар- социализация, художественное творчество

Маҡсаттар .

Үҫтереүсе маҡсат. Балаларҙың  телмәрен, иғтибарын, хәтерен,куҙаллауын үҫтереү.

Ҡул эштәрендә  нәфис һүҙ  һәм музыкаль хәрәкәттәрҙе сағылдырыу

Тәбиғәткә һөйөү арттырыу ,умырзая  сәскәләренә  һаҡсыллыҡ   уятыу

Белем биреүсе маҡсат.

Балалаҙың  ижади  һәләттәрен үҫтереү, интонациалар ярҙамында йырҙың характерын билдәләү

Музыка ҡоралдарында ритмлы уйнау

Бейеүҙэ төрлө һығылмалы  хәрәкәттәр ярҙамында сәскә образын тыуҙырыу

Көй тыңлағанда эмоциаль яуап биреү

Нәфис һүҙҙәр ҡулланыу

 Төрлө техник алымдар менән сәскәләр йәбештереү

Йыһазландырыу

Магнитофон, П.И.Чайковский6ың  “Умырзая”,Г.Свиридовтың  “Яҙ”, Э.Григтың “Иртә” музыкаль әҫәрҙәренең граммзаписьтәре

“Ун ике ай” әкиәтенә иллюстрациялар

Ҡағыҙҙан эшләнгән умырзая сәскәләре, күк төҫтә туҡыма, бейеү өсөн ак яулыҡтар, музыка ҡоралдары

Ҡул эше өсөн материалдар: Елем, кисточка, төҫлө картондар, аҡ ҡағыҙ, ҡул һөртөү  өсөн салфеткалар, мамыҡ, клеенка

Музыка ҡоралдары

Әҙерлек  эше

Яҙ  тураһында әңгәмә үткәреү, шиғырзар ятлау, әкиәттәр уҡыу, йыр өйрәнеү, бейеү  хәрәкәттәрен үҙләштереү

 

 

Үткәреү алгоритмы.

Музыка аҫтында балалар маршҡа баҫып инәләр.

Музыка етәксеһе: Һаумыһығыҙ, балалар, эйҙәгеҙ  әле ҡунаҡтарҙы йыр

менән сәләмләйек.

Балалар:

 Беҙҙең аяҡтар бик тиҙ атлайҙар

Бик тиҙ атлайҙар һәм дә туҡтайҙар

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар,

Һаумыһығыҙ, килгән ҡунаҡтар

Йылмай әле, йылмай һин миңә

Йылмай әле бөтәбеҙгә лә.

Талғын ғына Г.Свиридовтың « Яҙ» көйө ағыла.

Музыка етәксеһе:Ҡояш нурҙарын йәлләмәйсә йылыта башлау менән, аҡ ҡар ятҡан туғайҙарҙа ниһайәт ҡара ер асыла башланы,  унда бәләкәс кенә аҡ сәскә башын күтәрҙе.

-Әллә инде бик иртә уяндым-тип аптырауға ҡала ул аҡ ҡарҙы күргәс

-юҡ, юҡ, ваҡыт, ваҡыт уянырға-тип ҡоштар йырлай башланы…

Балалар, был ниндәй миҙгел тураһында һүҙ бара икән.

/яуап/ Яҙ икәнен ҡайҙан белдегеҙ?.Тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр күрәһегеҙ яҙ көнө.

/Яуаптар/

Музыка етәксеһе: Ямғырҙар тәбиғәттә төрлө-төрлө була. Әйҙәгеҙәле беҙ музыка ҡоралдары ярҙамында ниндәй ямғыр яуғанын һүрәтләп үтәйек.

Музыка ҡоралдарында уйнау

Иң беренсе яҙғы ямғырҙы уйнап күрһәтәйек. Яҙ көнө ләйсән ямғыры яуа, ул ваҡ ҡынаитеп,ипле генә яуа, ниндәй музыка ҡоралы менән уйнап күрһәтергә мөмкин?/ҡыңғырау/

Көҙөн ямғыр туҡтауһыҙ, ялҡытҡыс ,шыбыр-шыбыр итеп яуа.Йәгеҙәле, ниндәй музыка ҡоралын һайлайбыҙ/маракас,йәки шалтырауыҡ/

 

Йәй көндәре йәшен йәшнәп көслө ямғыр6ар яуа,ниндәй музыка ҡоралы менән уйнап күрһәтеп була йәйге ямғыряуыуын/бубен/

« Ҡышын инде ямғыр яуамы, юҡ.Кыш көнө инде ямғыр туңып ҡар бөртөгөнә әүерелә/өсмөйөш/

Балалар, март- яҙҙың иң беренсе айы.Ҡар иреп ҡояш ҡыҙҙырыу менән яҙҙың иңтәүге сәскәләре үҫеп сығалар. Нисек атала икэн ул сәскәләр./умырзая/. Ә ниңә ул улай атала /сөнки ҡар аҫтынан үҫеп сыға/

Балалар, һеҙ умырзая тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ?

Аяҙ күктә ҡояш көлә

Ергә йәмле яҙ килә

Йылмайып һәр иртәлә

Умырзаялар үҫә.

 

 Умырзая балалары

Йәшәйҙәр бер ояла

Уларәле бик бәләкәй

Кешеләрҙән ояла.

 

Ҡояштың нурын йыйып

Йәйҙән ҡасағыҙ ҡайҙа

Бына ул, бына ул

Һап-һары умырзая.

Эйе, балалар,умырзаяның да төрлө-төрлө  төҫтәре була, зәңгәр, күк, һары төҫтәре.

Музыка етәксеһе  С.Маршактың « Ун ике ай» әкиәтенә иллюстрациялар күрһәтә.

Ә бына ошо һүрәттәр ниндәй әкиәттән алынған икән.

Әкиәтте иҫкә төшөрөү.

Был әкиәттә ҡыҙыҡай  кәрзин тултырып сәскә йыйған, һеҙ нисек уйлайһығыҙ,был сәскәләрҙе өҙөргә яраймы икән, ни өсөн өҙөргә ярамай./яуаптар. Сөнки сәскәне өҙөп алһаң урынына икенсеһе үҫмәй/

Балалар, умырзая тураһында рус композиторы П.И.Чайковский бик матур көй яҙған. Әйҙәгеҙ әле беҙ уны тыңлап алайыҡ, күҙҙәребеҙҙе йомайыҡ та, һәр беребеҙ  үҙ сәскәбеҙҙе күҙ алдына килтерәйек.

/Был алым урынына слайд күрһәтергә м

Тип материала: Документ Microsoft Word (docx)
Размер: 23.64 Kb
Количество скачиваний: 31
Просмотров: 154

Похожие материалы