Презентация по ИКБ "В мире имен"

Предмет: Другое
Категория материала: Презентации
Автор:

РМБ. АСЫҠ ДӘРЕС

 

Тема: Исемдәр донъяһында.

Маҡсат: 1. Исем ҡушыуҙың мәғәнәһе барлығын аңлатыу, үҙ исемеңдең мәғәнәһен белеү, уға тап төшөрмәҫкә өйрәтеү;

2. Ата-әсә биргән мәңгелек бүләкте ҡәҙерләп һаҡлай белергә өйрәтеү, уның менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү;

3. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү.

Йыһазландырыу: китап күргәҙмәһе, презентация, таблицалар, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.

 

 

 

Дәрес барышы.

 

1.             Ойоштороу моменты.

 

-   Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырышығыҙ. Бөгөн кем дежур? Дәрестә кемдәр юҡ? Аңлашылды. Хөрмәтле уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә асыҡ дәрес. Артығыҙға әйләнеп ҡарағыҙ әле, беҙгә ҡунаҡтар килгәндәр. Дәрестә актив ҡатнашып ултырығыҙ, үҙегеҙҙе күрһәтеп ҡалығыҙ.

 

2,       Төп өлөш.

 

“Исемдәр донъяһында” тип аталған дәресебеҙҙе башлайбыҙ. (Дәфтәрҙе асып, дата, теманы яҙыу). Билдәле рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың ошондай һүҙҙәре бар: кешелә бөтә нәмә лә – йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә матур булырға тейеш. Шуға өҫтәп исемде лә әйтергә булалыр, моғайын. Сөнки исемдең дә үҙ күрке, үҙенең матурлығы, мәғәнәһе бар. Матур, яғымлы, ҡолаҡҡа ятышлы исемде кем генә яратмай. Әммә шуныһы бар: кешегә үҙ исемен үҙенә һайлау мөмкинлеге бирелмәгән.

Исемде бала тыуғанға тиклем үк һайлап ҡуялар. Ошо исем менән атай-әсәйҙең өмөтө, хыялы бәйле була. Баланың киләсәген дә, ниндәй булып үҫерен дә исем менән бағлайҙар.

Элек бала тыуғас та, уға исем ҡушҡандар. Ул йүргәк исеме тип атала. Исемһеҙ баланы сәңгелдәккә һалырға ярамай тип уйлағандар. Сөнки уға шайтан үҙенең исемен ҡушыуы һәм бала ауырыу булып ҡалыуы йәки үлеп ҡуйыуы бар тип уйлағандар.

Ысын исемен балаға 40 көн тулғас ҡушҡандар. Был йоланы мулла башҡарған һәм ул хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған.

Уҡыусылар, һеҙҙең бәпестәргә исем ҡушҡандарын күргәнегеҙ бармы? Бәлки һеҙҙең дә йүргәк исемегеҙ барҙыр? (яуаптар).

Дөрөҫ. Ысынлап та, мулла баланың уң ҡолағына – аҙан, һул ҡолағына – исемен әйтеп өс тапҡыр ҡысҡырғандар. Аҙан һүҙе һеҙгә аңлашыламы? (слайд ҡарау).

Аҙан - ул намаҙға саҡырғанда йәки исем ҡушҡанда әйтелә торған доға.

Һәр кеше үҙенең исемен яратырға, уның нимә аңлатҡанын белергә тейеш. Ниндәй генә исемде алһаҡ та, уның үҙенең мәғәнәһе бар. Миҫал өсөн, Арыҫлан исемен алһаҡ, ул көслө, батыр, ҡыйыу, ғәйрәтле тигәнде аңлата. Атай-әсәйҙәр, әгәр, балаларына Арыҫлан исемен ҡуша икән, баланы арыҫлан кеүек көслө, батыр булһын тип теләйҙәр. Руслан, Аслан, Арсен исемдәре лә ошо Арыҫлан исеменән алынған. Һәм шул уҡ мәғәнәгә эйә.

Һеҙгә, уҡыусылар, өйгә эш итеп үҙегеҙҙең исемегеҙ нимә аңлатҡанын, кем һеҙгә ошо исемде ҡушыуын белеп килергә әйтелгәйне. Шулай уҡ шиғыр йәки таҡмаҡ сығарырға ҡушылғайны. Әйҙәгеҙ, шуларҙы тикшереп үтәйек (уҡыйҙар).

Афарин, уҡыусылар! Моғайын да, һеҙ үҙегеҙҙең исемдәрегеҙҙең аңлатмаһын, билдәле ғалимә апайҙарыбыҙ Таңһылыу Күсимованың һәм Светлана Биҡҡолованың “Исемдәр донъяһында”, “Башҡорт исемдәре” тигән китаптарынан тапҡанһығыҙҙыр. Шулаймы? Был китаптарҙа бөтөн башҡорт исемдәренең аңлатмаһын табырға була. (Күргәҙмә менән таныштырыу). Мәҫәлән, “Исемдәр донъяһында” тигән китапта 3200 исемгә, ә “Башҡорт исемдәре” тигән китапта 4000-гә яҡын исемгә аңлатма бирелгән.

Ә хәҙер таҡтаға күҙ һалайыҡ. Исемдәрегеҙ шундай матур итеп яҙылған. Иғтибар менән ҡараһаҡ, аҙаш исемдәрҙе лә осратырға мөмкин.

Нимә була ул аҙаш исемдәр? Нимәне улар аңлата? Йә, кем әйтер? (яуаптар.)

Эйе, дөрөҫ. Ысынлап та, “аҙаш” ул – бер үк исем йөрөткән ике йәки бер нисә кеше тигәнде аңлата. Беҙҙең класты ғына алып ҡараһаҡ, Юлиәләр, Тимурҙар, Гөлназдар бер-береһенә аҙаш булалар.

 

3.                Физминутка.

 

Шулай уҡ, тел ғилемендә бөтә булған яңғыҙлыҡ исемдәрен өйрәнә торған бүлек бар. Ул “ономастика” тип атала. Грек теленән “исем” тигәнде аңлата.

Әйҙәгеҙ әле, өс төркөмгә бүленеп, “Исемдәр уйлау” тигән уйын уйнап алайыҡ.

 

1 рәт                                               2 рәт                                        3 рәт

 Гөл…                                              Ай…                                       Миңле…

 

Исемдәрҙе бик күп беләһегеҙ икән! Афарин тип әйтергә генә ҡала.

 

4.             Йомғаҡлау.

 

Шулай итеп, уҡыусылар, кешенең тормошонда исем ниндәй роль уйнай? Кем яуап бирер? (яуаптар).

Эйе, ысынлап та, атай-әсәйҙәребеҙ, өләсәй-ҡартатайҙарыбыҙ беҙгә шундай исем ҡушҡан икән, беҙ уны һаҡларға, бысратмаҫҡа, кәрәк саҡта яҡларға тейешбеҙ. Әгәр ҙә башҡорт исемдәре бөтә икән, башҡорт теле, башҡорт милләте юҡҡа сыға тигән һүҙ. Күпме беҙҙең дәүләт эшмәкәрҙәре, дин әһелдәре, милли батырҙарыбыҙ быуаттар буйы үҙ иле, теле, ирке өсөн ҡан ҡойошоп, көрәшеп, янып йөрөгәндәр. Уҡыусылар, ә һеҙ ниндәй милли батырҙарыбыҙҙы беләһегеҙ? (яуаптар).

Эйе, дөрөҫ. Салауат Юлаев Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорттарҙың иле, теле, ирке өсөн көрәшеп йөрөгән милли батырыбыҙ. Салауат Юлаевтың исеме нисек мәңгелләштерелгән? Уның исемен йөрөткән район, ҡала, урамдар, әҙәби әҫәрҙәр, китаптар бар. Уға бағышланған һәйкәл, бюсттар, халыҡ ижады әҫәрҙәре, йырҙар бик күп.

Ә хәҙер, Артур Туҡтағолов Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙған “Салауат батыр” тигән йырҙы тыңлайыҡ. Афарин!

Бөгөнгө дәресте мин ошондай шиғри юлдар менән тамамлағым килә:

Гөлдәрҙе биҙәй сәскәһе,

Кешене – матур исем.

Һәр ҡыҙ, малай үҙ исемен

Яратып ҡына үҫһен.

Йондоҙло, айлы, ҡояшлы –

Исемдәр булһын нурлы.

Исеме менән баланың

Яҡтырһын ғүмер юлы.

Уҡыусылар, һеҙҙең барығыҙҙың да исемдәре шул тиклем матур, күркәм. Исемегеҙ һеҙҙе биҙәп тора. Атай-әсәйҙәрегеҙ бүләк иткән исемде яратығыҙ, уға бер ҡасанда тап төшөрмәгеҙ. Үҙ исемегеҙҙән бер ваҡытта ла оялмағыҙ. Киләсәктә һеҙ ҙә ғаилә ҡорорһоғоҙ, үҙегеҙҙең балаларығыҙға тик  башҡорт исемдәрен генә ҡушығыҙ.

 

5.             Өйгә эш биреү.

 

36-41 биттәрҙе уҡырға. “Исемдәрҙең ниндәй әһәмиәте бар?” тигән темаға ҡыҫҡаса инша яҙып килергә.

 

6.             Баһалау.

 

Бөгөнгө дәрестә актив ҡатнашып ултырғанығыҙға йөрәктәр таратам. Һеҙҙең дә исемдәрегеҙ кеше йөрәге кеүек һәр саҡ саф, таҙа булһын; уға бер ҡасан да тап төшөрмәгеҙ!

 

Ошоноң менән дәрес тамам. Һау булығыҙ!

Тип материала: Презентация Power Point (pptx)
Размер: 551.76 Kb
Количество скачиваний: 20
Просмотров: 98

Похожие материалы