Разработка урока по башкирскому языку "Һуғыш михнәттәрен күргән балалар"

Предмет: Биология
Категория материала: Конспекты
Автор:

5-се класс

Тема: Һуғыш михнәттәрен күргән балалар.

Маҡсат: Кәримдең ижады тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү;

                  иғтибар, хәтерҙәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү; һүҙ байлыҡтарын                         тулыландырыу; уҡыусыларҙа илебеҙҙең тарихына, күп милләтле Башҡортостаныбыҙға  ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, слайдтар.

 

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

-       (Слайд) Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙҙең ябай дәрес түгел, ә фронтовик- яҙыусы, башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән авторҙың, балалар өсөн ижад ителгән әҫәрен күҙаллау.  Дәресебеҙҙең темаһы “Һуғыш михнәттәрен күргән балалар” . Балалар, һеҙ  дәрескә әҙерме? Дәресте башлайыҡ. Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙайыҡ.

-       Ә хәҙер бөтәбеҙҙә иғтибар менән экранға ҡарайыҡ. Һеҙҙең алдығыҙҙа шиғыр юлдары яҙылған,иғтибар менән тыңлағыҙ. Кем тасуири итеп уҡып күрһәтергә теләй? Был шиғырҙың авторы кем тип уйлайһығыҙ?(Слайд)

 

             Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

             Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.

             Тәү башлап мәктәп ишеген

 

             Үрелеп асҡан көнөм. (М.Кәрим) (Слайд “портрет)

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 47.5 Kb
Количество скачиваний: 4
Просмотров: 91

Похожие материалы