Республика көнөнә әҙәби-музыкаль композиция “Байрамың менән, Республикам!”

Предмет: Другое
Категория материала: Конспекты
Автор:

Маҡсат: Үҙ республикаң өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, уның тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам, бөгөнгө яҙмышына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Туған тел аша тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

   Башҡортостан мөстәҡиллек алдың,

Аҙымыңды халҡың яҡланы.

Хөкүмәтең ҡушҡан оло юлдан

Яңы бейеклеккә атланың.

 

Рәсәйебеҙ – беҙҙең уртаҡ Әсә,

Ә һин уның ғәзиз балаһы.

Һәр баланың киләсәге өсөн

Хәстәрлеген күрә әсәһе.

 

Рәсәйҙең хәстәрлеге менән

Тыуа беҙҙең һәр бер көнөбөҙ.

Имен тормош, хеҙмәт йыры менән

Балҡый аяҙ зәңгәр күгебеҙ.

 

Мөстәҡиллек емештәре булып,

Төҙөкләнә ҡала, ауылдар.

Тыныс күк аҫтында татыу йәшәй

Бер туғандай барлыҡ халыҡтар.

 

Башҡортостан тураһында йыр яңғырай.

 

Ил инәһе. Һаумыһығыҙ, балалар. Йырлағанығыҙҙы ишетеп килдем. Бик күңелле кеүек һеҙҙә. (Балалар Ил инәһен уратып ала.)

 

1-се бала. Өләсәй, әкиәт һөйлә әле.

 

2-се бала. Эйе, беҙҙең әкиәт тыңлағыбыҙ килә.

 

Барыһы бергә. Әкиәт, әкиәт тыңларға теләйбеҙ.

 

Ил инәһе. Тыңлағыҙ, улай булғас.

Ватан ул, балалар, Тыуған ил,

Бына беҙ торған  урын.

Был ерҙә  ғүмер кисергән

Атай-бабайҙар борон.

 

Йырсылар торған был ерҙә,

Сәсәндәр булған элек.

Ватандың нимә икәнен

Әйткәндәр былай  тиеп:

 

Ай, Тыуған ил, Тыуған ил,

Тыуған ил ул – тыуған ер.

Атай кейәү булған ер,

Әсәй килен булған ер.

 

Кендегеңде ҡырҡҡан ер,

Яуызды хур иткән ер,

Батырға дан биргән ер.

Ана шул ер – тыуған ил,

Ана шул ил – тыуған ер.

 

Ил инәһе. Балалар, мин һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәнем. Әйҙәгеҙ әле, һеҙҙә үҙегеҙҙең  тыуған илде яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.

1-се бала. Беҙ - йәшен быуын, киләсәге илдең.

                     Белем нуры юлдаш беҙгә.

                      Йәрәктәрҙең көсөн, дәртен.

                      Бағышлайбыҙ тыуған илгә.                            

 

 

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 47 Kb
Количество скачиваний: 5
Просмотров: 92

Похожие материалы