Тематическое планирование 1 кл родной язык
Предмет: | Другое |
---|---|
Категория материала: | Рабочие программы |
Автор: |
Мухаметдинова Гульфия Мингалеевна
|
Аңлатмалы яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 1-се класс өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
· башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу,
· башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү,
· бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып-белеү һәм социомәҙәниәт маҡсаттарын тормошҡа ашыра.
Донъяны танып-белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.
Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.
Башҡорт телен өйрәнеү барышында ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн түбәндәге ғәмәли бурыстарҙы үтәү кәрәк:
· уҡыусының телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә һәм шарттарына ярашлы тел саралары һайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү;
· башҡорт теленең лексикаһы, фонетикаһы, грамматикаһы буйынса нигеҙ белемде үҙләштереү;
· дөрөҫ яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, ауыр булмаған монолог, ҙур булмаған күләмдәге яҙма тасуирлау һәм хикәйәләү текстарын төҙөй белеү;
· башҡорт теленә позитив эмоциональ-баһалы ҡараш, уның уникаллеген һәм таҙалығын һаҡлауға туранан-тура мөнәсәбәтле булыу тойғоһо тәрбиәләү; телгә танып-белеү ҡыҙыҡһыныуы, үҙ телмәрен яҡшыртырға ынтылыш уятыу.
Дәреслек:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2010.
I.Дөйөм характеристика
Башҡорт теле курсы Х.А. Толомбаев һ.б. программалары нигеҙендә “Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу” (башҡорт телен туған тел булараҡ) эшләнелгән. Башҡорт теленең системалы курсы башланғыс мәктәптә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәт йыйылмаһы итеп бирелгән, һәм донъяны танып-белеү – коммуникатив йүнәлешкә эйә. Был коммуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ уңында тота, барлыҡ тел берәмектәренең мәғәнәһенә һәм функцияларына үтә ныҡ иғтибар кәрәклеген аңлата.
“Башҡорт теле” курсы материалы өлгө программала түбәндәге йөкмәтке өлөштәре аша тәҡдим ителгән:
· лингвистика белеме нигеҙҙәре: фонетика һәм орфоэпия, графика, һүҙ төҙөлөшө (морфемика), грамматика (морфология һәм синтаксис);
· орфография һәм пунктуация;
· телмәр үҫтереү.
Тел материалы кескәй уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт теленең структураһы тураһында башланғыс төшөнсә формалаштырырға, башҡорт әҙәби теленең нормаларын үҙләштереүҙә ярҙам итергә тәғәйенләнгән.
Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү, шулай уҡ тел һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү аралашыуҙың ғәмәли бурыстарын хәл итеүгә хеҙмәт итә һәм уҡыусыларҙың, йәмғиәтебеҙҙең киләсәк вәкилдәренең, мәҙәниәтен тел кимәлендә билдәләүсе күнекмәләрен формалаштыра.
Балалар төрлө телмәр эшмәкәрлегенең маҡсаттарын, бурыстарын, сараларын һәм әһәмиәтен аңлаһын өсөн, программала махсус “Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре” тигән бүлек айырып күрһәтелгән.
Дөйөм уҡыу белектәре, күнекмәләре һәм эшмәкәрлек ысулдары
· интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш һ.б.);
· танып белеү эшмәкәрлеге (уҡыу-танып-белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклелеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшләү);
· ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше).
“Башҡорт теле” курсын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә, һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла.
Башҡорт телен үҙләштергәндә мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек һәм белешмәләр менән файҙаланыу.
Курста уҡыусыларҙың белем системаһы ғына тәҡдим ителмәй, ә предметты эффектлы үҙләштереү өсөн аныҡ уҡыу хәрәкәте бирелгән.
Программа уҡытыусы һәм уҡыусы, уҡыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге булараҡ уҡыу процесын ойоштороуға йүнәлтелгән. Бындай хеҙмәттәшлек нигеҙендә “башҡорт теле” предмет булараҡ, уны тәүге тапҡыр асыу һәм предметты төрлө яҡлап анализлау ойошторола. Предметтың үҙәк өйрәнеү өлөшө булып телмәр ярҙамында телдең коммуникатив фукцияһы булыуы асыҡлана.
II.Уҡыу планында предметтың урыны.
Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен туған теле булараҡ уҡытыуға 1 класта 99 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 3 сәғәт, 33 уҡыу аҙнаһы).
III.Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
IV.Курсты өйрәнеү һөҙөмтәләре
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;
2. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;
3. Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;
4. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.
2. Һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.
3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарын һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу.
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.
Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.
Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Кешенең исеме, фамилияһы, ҡала, район, ауыл, китап, журнал исемдәренең дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү.
4. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу.
5. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, тыңлау, һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен һөйләү.
6. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.
7. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.
8. Һөйләм төрҙәрен билдәләү (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, һөйләмде дөрөҫ яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү.
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.
2. Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.
3. Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.
4. Диалог, монолог ҡора белеү.
5. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.
6. Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү. Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.
V. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.
1 класта туған (башҡорт) телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:
1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.
2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.
Телдән әҙерлек курсы (43 сәғәт)
Төрлө белем менән килгән уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәт төҙөү, ижектә, һүҙҙә нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрһең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү.
Әлифба осоро (20 сәғәт)
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай һәм айырыра белергә күнектереү.
Әлифбанан һуңғы осор (36 сәғәт)
Балаларҙы уғырға, яҙырға, текст менән эшләргә өйрәтеү. Дәреслектә бирелгән материалды дөрөҫ итеп ижекләп, һуңға табан һүҙләп уҡырға күнектереү. Текстарҙы матур итеп, дөрөҫ, тейешле интонация менән уҡырға өйрәтеү, йөкмәткене аңлау һәм һөйләү күнекмәләре формалаштырыу.
Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар
Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр:
1.Башҡорт теленең бөтәөндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.
2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙен-дә һүҙҙәр төҙөү.
3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.
Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.
Минең, һинең, уның, һеҙҙең, улар
Тип материала: | Документ Microsoft Word (docx) |
---|---|
Размер: | 25.58 Kb |
Количество скачиваний: | 20 |