Тематическое планирование 2 кл родной язык

Предмет: Другое
Категория материала: Рабочие программы
Автор:

Аңлатмалы яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 2-се класс өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. — Өфө: Китап, 2009.

 

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары  өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.,  Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «8-се урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

-        «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-         Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

-         «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-         Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

·         башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу,

·         башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү,

·         бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

 

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып-белеү һәм социомәҙәниәт маҡсаттарын тормошҡа ашыра.

Донъяны танып-белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

 

Башҡорт телен өйрәнеү барышында ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн түбәндәге ғәмәли бурыстарҙы үтәү кәрәк:

·                                 уҡыусының телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә һәм шарттарына ярашлы тел саралары һайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү;

·                                 башҡорт теленең лексикаһы, фонетикаһы, грамматикаһы буйынса нигеҙ белемде үҙләштереү;

·                                 дөрөҫ яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, ауыр булмаған монолог, ҙур булмаған күләмдәге яҙма тасуирлау һәм хикәйәләү текстарын төҙөй белеү;

·                                 башҡорт теленә позитив эмоциональ-баһалы ҡараш, уның уникаллеген һәм таҙалығын һаҡлауға туранан-тура мөнәсәбәтле булыу тойғоһо тәрбиәләү; телгә танып-белеү ҡыҙыҡһыныуы, үҙ телмәрен яҡшыртырға ынтылыш уятыу.

 

 

 

I.Дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсы Х.А. Толомбаев һ.б. программалары нигеҙендә “Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу” (башҡорт телен туған тел булараҡ) эшләнелгән. Башҡорт теленең системалы курсы башланғыс мәктәптә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәт йыйылмаһы итеп бирелгән, һәм донъяны танып-белеү – коммуникатив йүнәлешкә эйә. Был коммуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ уңында тота, барлыҡ тел берәмектәренең мәғәнәһенә һәм функцияларына үтә ныҡ иғтибар кәрәклеген аңлата.

 “Башҡорт теле” курсы материалы өлгө программала түбәндәге йөкмәтке өлөштәре аша тәҡдим ителгән:

·         лингвистика белеме нигеҙҙәре: фонетика һәм орфоэпия, графика, һүҙ төҙөлөшө (морфемика), грамматика (морфология һәм синтаксис);

·         орфография һәм пунктуация;

·         телмәр үҫтереү.

Тел материалы кескәй уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт теленең структураһы тураһында башланғыс төшөнсә формалаштырырға, башҡорт әҙәби теленең нормаларын үҙләштереүҙә ярҙам итергә тәғәйенләнгән.

Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү, шулай уҡ тел һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү аралашыуҙың ғәмәли бурыстарын хәл итеүгә хеҙмәт итә һәм уҡыусыларҙың, йәмғиәтебеҙҙең киләсәк вәкилдәренең, мәҙәниәтен тел кимәлендә билдәләүсе күнекмәләрен формалаштыра.

Балалар төрлө телмәр эшмәкәрлегенең маҡсаттарын, бурыстарын, сараларын һәм әһәмиәтен аңлаһын өсөн, программала махсус “Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре” тигән бүлек айырып күрһәтелгән.

Дөйөм уҡыу белектәре, күнекмәләре һәм эшмәкәрлек ысулдары

·                                 интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш һ.б.);

·                                 танып белеү эшмәкәрлеге (уҡыу-танып-белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклелеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшләү);

·                                 ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше).

“Башҡорт теле” курсын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә, һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла.

Башҡорт телен үҙләштергәндә мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек һәм белешмәләр менән файҙаланыу.

Курста уҡыусыларҙың белем системаһы ғына тәҡдим ителмәй, ә предметты эффектлы үҙләштереү өсөн аныҡ уҡыу хәрәкәте бирелгән.

Программа уҡытыусы һәм уҡыусы, уҡыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге булараҡ уҡыу процесын ойоштороуға йүнәлтелгән. Бындай хеҙмәттәшлек нигеҙендә  “башҡорт теле” предмет булараҡ, уны тәүге тапҡыр асыу һәм предметты төрлө яҡлап анализлау ойошторола. Предметтың үҙәк өйрәнеү өлөшө булып телмәр ярҙамында телдең коммуникатив фукцияһы булыуы асыҡлана.

 

 

II.Уҡыу планында предметтың урыны.

Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 2 класта 102 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 3 сәғәт,  һәр класта 34 уҡыу аҙнаһы).

 

III.Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толер

антлыҡ формалаша.

 

 

IV.Курсты өйрәнеү һөҙөмтәләре

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

 

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

2. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

3. Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

4. Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

 

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парл

Тип материала: Документ Microsoft Word (docx)
Размер: 31.89 Kb
Количество скачиваний: 12
Просмотров: 127

Похожие материалы