Урок+презентация по башкирскому языку по теме «Ғаилә. Бәхетле. Ф.Рәхимғолова.»
Предмет:
|
Русский язык и литература
|
Категория материала:
|
Конспекты
|
Автор:
|
Нигматуллина Нурсиля Минисламовна
|
Здесь была ссылка на работу Урок+презентация по башкирскому языку по теме «Ғаилә. Бәхетле. Ф.Рәхимғолова.» автора Нигматуллина Нурсиля Минисламовна.
Ссылка на нее удалена по требованию посредника Инфоурок.
Если вы являетесь автором этой работы и хотите подтвердить её публикацию на этом сайте,
.
Тема. Ғаилә. Бәхетле. Ф.Рәхимғолова. Маҡсат. Ғаилә темаһын дауам итеү, шиғырҙы тасуири уҡыу, яңы һүҙҙәр үҙләштереү, телмәр өҫтөндә эш, ата - әсәләргә, оло кешеләргә хөрмәт тәрбиәләү. Йыһазлау. Дәреслек, ғаилә фотолары, компьютер, мультимедиа проекторы, экран, слайдтар. Дәрескә эпиграф. Ата менән әсә - алтын ҡанат. Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде. Дәрес барышы. 1. Психологик инеш. Слайд 11. Башланып китте дәрес, Беҙ матур ултырабыҙ. Дүртле – бишле билдәләрен Көн һайын арттырабыҙ. 2. Фонетик – артикуляцион күнегеүҙәр. Слайд: 2 - 10 Башҡорт теленең өн – хәрефтәрен ҡабатлау. Слайдтарға ҡарап өндәрҙе әйтеү, ҡабатлау. 3. Өй эшен тикшереү. Ғаилә фотолары менән һүҙҙәрҙе һөйләү. 4.Төп өлөш.Темаға инеш. Маҡсат менән таныштырыу. Дәрестең эпиграфы менән таныштырыу. Слайд 12 Мәҡәлдәрҙе уҡыу. Тәржемә итеү. Дәфтәргә теманы, мәҡәлдәрҙе яҙып ҡуйыу. 5. Слайд 13.Һүҙлек эше: зшләй – работает ғаилә - семья уҡый – учиться бәхетле – счастливый йәшәйем – живу яратам – люблю Уҡытыусы уҡый, уҡыусылар эстән уҡый, шыбырлап уҡый, хор менән ҡысҡырып уҡыу. Рус – башҡорт телдәрендә һорау – яуап. 6. Автор менән таныштырып китеү.Слайд 14. Фәүзиә Рәхимғолова (1921 – 1997йй.) балалар яҙыусыһы. Ул кескәйҙәр өсөн матур – матур шиғырҙар яҙған. Фәүзиә Рәхимғолованың 26 китабы бар. 7. Шиғырҙы уҡытыусы уҡый; уҡыусылар - - эстән уҡый; - шыбырлап уҡый; - ҡысҡырып уҡый; - уҡытыусы артынан ҡысҡырып уҡыйҙар; - хор менән уҡыу; - берәмләп уҡыусыларҙан уҡытыу. 8. Шиғырҙы тәржемә итеү. Бирелгән һүҙлек һүҙҙәрен ҡулланып һөйләмдәр уйлау, таҡтаға һәм дәфтәргә яҙыу. 9. Ял минуты. Слайд 15. Сәпәкәй – сәпәкәй, Минең ҡустым бәләкәй, Ҡулын күтәргән була, Сәпәкәй иткән була. (хәрәкәттәр менән ҡабатлау) 10. Нығытыу. Слайд 16.Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙырға: әс.й, .тай, өл.сәй, олат.й, ей.н, ей.нс.р, һе.ле, ҡу.ты. 11. Кроссворд тултырыу. Слайд 17. Кроссвордты дөрөҫ тултырһаҡ, ғаиләләге баш кешене билдәләрбеҙ. 1.Ғаиләлә минән оло ҡыҙ. 2. Минән кесе ир бала. 3. Атайымдың йәки әсәйемдең атаһы. 4. Ғаиләлә минән оло ир бала. А П А Й Ҡ У С Т Ы О Л А Т А Й А Ғ А Й Ғаиләләге баш кешене билдәләнек. Мосолман ғаиләләрендә ир кеше хужа, донъяны алып бара, ә ҡатын кеше ғаилә усағын һүндермәй, балалар тәрбиәләй. Башҡорт халҡында ете быуыныңды, шәжәрәңде белеү борондан ҡалған йола. Шәжәрәгә лә элек тик ир – аттарҙы ғына яҙғандар, сөнки ир кеше нәҫелде дауам иттереүсе булған. 12. Йомғаҡлау. Хәҙер мәҡәлдәргә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ата - әсә алтын ҡанат. Ата - әсәләр беҙҙең ҡанат, улар беҙҙең ҡанаттарыбыҙҙы нығыталар. Ниндәй ҡанат бирәләр? Беҙ нисек осабыҙ? Ата - әсә беҙҙе үҫтерә, ашата, кейендерә, тәрбиәләй. Беҙ тырышып үҫһен, белем алһын өсөн ҡанат бирәләр. Осор өсөн беҙгә белем, аҡыл, тәртип, тырышлыҡ тигән ҡанаттар кәрәк. Әгәр беҙҙең ҡанаттарыбыҙ ныҡ булһа, киләсәктә уҡып, үҙебеҙгә һөнәр алып бәхетле йәшәрбеҙ. Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде. Нисек аңлайһығыҙ? Эйе, ҡарт кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, сөнки беҙ ҡартайһаҡ, беҙгә лә балалар йәки башҡа кешеләрҙең ярҙамы кәрәк буласаҡ. Яҡшылыҡ эшләһәң, ул үҙеңә әйләнеп ҡайта. Шуның өсөн һәр ваҡыт яҡшылыҡ эшләргә тырышайыҡ. Ата - әсәләрҙе тыңлайыҡ. Аҡыллы булайыҡ. Яҡшылыҡ бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай. Ул кешеләргә әйләнеп ҡайта. 13. Өй эше. Мәҡәлдәр ятларға.
Тип материала:
|
Презентация Power Point (ppt)
|
Размер:
|
1.13 Mb
|
Количество скачиваний:
|
138
|
Просмотров: 375
Похожие материалы