Уҡыусы иншаһының темаһы: «Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар!».
Предмет: | Другое |
---|---|
Категория материала: | Другие методич. материалы |
Автор: |
Байракаева Гулькай Радиковна
|
Ата-бабам баҡҡан ер - кендек ҡаным аҡҡан ер.
Башҡорт халыҡ мәҡәле
Эйе, быуындар сылбыры өҙөлмәһен, туғанлыҡ тамырҙары ҡоромаһын. Тамырҙар… Беҙҙең тамырҙарыбыҙ, йәғни туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ кемдәр?
Борон, башҡорттоң яҙылмаған шундай ҡануны йәшәгән: ирмен тигән ир-егет ата-бабаһының кәмендә ете быуынын, ырыуының шәжәрә ебен, халҡының ҡобайырын, йыр-моңон белергә тейеш булған. Беҙҙең халҡыбыҙ борон-борондан матур, ҡупшы кейенергә яратҡан. Бесәнгә төшөр алдынан байҙар, үҙҙәренең бесәнлектәрендә майҙан асып, йыйын йыйғандар. Иң матур кейемдәрен кейгән, биҙәнгән-төҙәнгән ҡыҙҙар, йәш килендәр һәм еңгәләр ҡулдарында салғы уйнатып, бакуйға төшкәндәр. Һелтәгәндә сыңлаған тәңкәләр салғы йырына ҡушылған. Иң күркәм кейенгән ҡатын-ҡыҙға тәңкәләр бүләк иткәндәр.
Тип материала: | Документ Microsoft Word (doc) |
---|---|
Размер: | 53 Kb |
Количество скачиваний: | 4 |