Уҡыусыларҙың Республикала еңеү яулаған иншалары

Предмет: Классному руководителю
Категория материала: Конспекты
Автор:

Әсәй!..Атай!..Ағай!..Апай!..Ҡайһылай телем йомшаҡ һәм яғымлы!.. Мин ауыҙ тултырып үҙ телемдә һөйләшә алам, иң ғәзиз кешеләремә һөйөүемде, мөхәббәтемде еткереү бәхетенә ирешәм…

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Миңә ҡоштар көнләшә,

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Мин ҡояшҡа тиңләшәм!

Ысынлап та, үҙ телемдә яралған һәр кес кенә һүҙ ҙә мине үҙ телен белмәгән маңҡорттарҙан әллә күпмегә юғары ҡуя, дәрәжәмде күтәрә, зиһенемде яҡтырта.

Күренекле ил ағаһы, бер телсенең әле булһын әйткән һүҙе ҡолағымда яңғырай: “Кеше иң тәүҙә үҙ телен биш бармағы кеүек белергә, яратырға, һөйөргә һәм ҡәҙерләргә тейеш. Үҙ телеңде яҡшы белеү башҡа сит телдәргә лә күпер эшләй, ә инде үҙ телеңде белмәй тороп күрше йәшәгән урыҫ дуҫыңдың телендә һөйләшергә маташыу – ул үҙе ҙур ахмаҡлыҡ,” – тигәйне ул. Был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Туған тел әсә һөтө менән беҙгә бирелә, ата наҙы менән әйтелә. Ә, юҡ, юҡ!..Төптән уйлап ҡараһаң, туған тел беҙгә әсә ҡарынында ятҡан саҡта уҡ, ғәзиздәребеҙ аша үтеп инә, беҙҙе тыуасаҡ тормошҡа, донъяға әҙерләй. 

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 32.5 Kb
Количество скачиваний: 18
Просмотров: 98

Похожие материалы