Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһы буйынса дәрес-хөкөм.

Предмет: Иностранные языки
Категория материала: Конспекты
Автор:

                 Азат Абдуллин

Азат Хаммат улы Абдуллин 1931 йылдың июнендә Башҡортостандың Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған. Үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул ошонда уҡ тәрбиә-уҡытыу эшендә ҡала. Һуңыраҡ, 1949-1953 йылдарҙа, Башҡорт дәүләт педагогия институнының тарих факультетында уҡый. Унан Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтына аспирантураға инә.Уҡыуын тамамлағас, ҡайтып, бер йыл Башҡорт  дәүләт университетында эшләй ҙә кире Мәскәүгә китә, әҙәби ижад менән шөғөлләнә.

Әҙәбиәткә А. Абдуллин драматургия аша инә. Азат Абдуллин ХХ быуаттың 30-сы йылдарында үҙенең тыуған яҡтарында зоотехник булып эшләгән шағир Сергей Чекмаревтың тормош һәм ижад юлын ныҡлап өйрәнеп, 1963 йылда «Онотма мине, ҡояш!» тигән пьесаһын яҙҙы. Был пьеса буйынса эшләнгән спектаклдәр Башҡорт дәүләт академия театры һәм илебеҙҙең бүтән театҙарында ла ҡуйылды.

1970 йылдарҙа «Ун өсөнсө председатель» пьесаһы уның ҙур ижади ҡаҙанышы булып танылды.

 

Азат Абдуллин бөтә ил күләмендәге һәм республиканың матбуғат биттәрендә көнүҙәк проблемалар буйынса үткер-үткер публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. Проза өлкәһендәге «Аҡ һөт», «Ҡыҙыл ысыҡ» тигән повестары менән дә уҡыусыларға ул яҡшы таныш. Ижади уңыштары өсөн ул «Почет Билдәһе» ордены менән наградланды.

Тип материала: Документ Microsoft Word (docx)
Размер: 21.53 Kb
Количество скачиваний: 27
Просмотров: 141

Похожие материалы