Нәсихәттәр. Аҡмуллаға эйәреп. Үҙем ижад иткән ҡобайыр.
Предмет: | Классному руководителю |
---|---|
Категория материала: | Конспекты |
Автор: |
Сатлыкова Альфия Миратовна
|
Күптәр уны “Аҡмулла ейәнсәре” тип белә. Бөйөк остазыбыҙ Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған кисәләрҙә саф аҡтан кейенеп, думбыра сиртеп, мөнәжәт әйтеү генә түгел, ә ҡыҙҙың күңелендәге сәсәнгә ҡарата йәшәгән оло һөйөүе, уларҙың, нисектер, сәсән менән оҡшаш булыуы, Аҡмулла тип янып тороуы ошо ҡараш тыуҙырҙы… Аҡмулла юлдары уны хатта Ҡаҙағстан тарафтарына ла алып барҙы, Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашып, почетлы грамота менән бүләкләнде. Һанай китһәң, ҡыҙҙың уңыштары бер бының менән генә бөтмәй әле. Студенттар араһында үткәрелгән “Йәш уҡытыусылар” мәртәбәле конкурсында еңеүе лә Әлфиәнең бөгөнгө юлды һайлап яңылышмауын тағы бер тапҡыр дәлилләй. “ Кешенең эске донъяһы иҫ китес бай һәм күркәм дә, фәҡир һәм хәшәрәт тә!..Унда фәрештәләргә лә, изге ниәттәргә лә – һәммәһенә лә урын табыла. Бер теләгем бар: Яҡшылыҡ унда мыҫҡаллап түгел, ә өйөп-өйөп йыйылһын ине! Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип йырлаһалар ҙа, һәр кем үҙ тормошон үҙе биҙәп ҡора. Ниндәй биҙәктәр һалыуы ғына һәр кемдең үҙенән тора…” – ти Әлфиә.
Әлбиттә, уйҙарың хаҡ, Әлфиә. Ғүмерең сағыу биҙәктәргә бай булһын тип кенә теләргә ҡала.
Тип материала: | Документ Microsoft Word (doc) |
---|---|
Размер: | 33 Kb |
Количество скачиваний: | 7 |