ҠАЛА МӘКТӘПТӘРЕНДӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТЫУҘЫҢ СИФАТЫН КҮТӘРЕҮҘӘ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ӨЛГӨЛӘРЕН ҠУЛЛАНЫУ
Предмет: | Классному руководителю |
---|---|
Категория материала: | Конспекты |
Автор: |
Сатлыкова Альфия Миратовна
|
Халыҡ һәм тел – айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Телдәр тәбиғәте урын-ер тәбиғәтенә яраҡлашып формалашһа, халыҡтар ҙа үҙ тәбиғи ерлегендә, үҙ тупрағында ярала, үҫә.
Тыумыштан билдәле бер этник мөхиттә тәрбиәләнгән бала шул халыҡ вәкиле булараҡ үҫә, үҙ халҡында булған милли үҙенсәлектәрҙе үҙенә ала, һаҡлай, үҫтерә, киләсәк быуынға, балаларына ҡалдыра.
Милли үҙаңы булған, халыҡтың менталилетын үҙенә алған, туған телен яратҡан, уның менән ғорурлана белгән, телгә һәм халыҡҡа тоғролоҡло ижади шәхес тәрбиәләү телдән башлана.
Һуңғы ваҡытта, ысынлап та, республикала йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының фольклорын, мәҙәниәтен өйрәнеү актуалләшә, 2002 йылдың 23 декабренән алып бөгөнгәсә уңышлы эшләп килгән, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты тарафынан булдырылған “Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың телен, фольклорын өйрәнеү һәм пропагандалау Программаһы” тап ошо хаҡта һөйләй.
Тип материала: | Документ Microsoft Word (doc) |
---|---|
Размер: | 214.5 Kb |
Количество скачиваний: | 20 |