Эссе. Мин - Уҡытыусы! Бала күңеленә осҡон һалыусы!..

Предмет: Классному руководителю
Категория материала: Конспекты
Автор:

Мәктәпкә килеп инеү менән мине балаларым уратып ала, һәр береһе, орсоҡтай өйөрөлөп, янымда урала. Саяраҡтары килеп, хатта, ҡосаҡлап ала, шымыҡайҙары, мөләйем йылмайып, ҡараштары менән оҙатып ҡала…Илаҡ көҙҙөң ямғырҙарынан һыуланып, сасҡау ҡыштың ыжғыр бурандарынан  бармаҡ остары иҫ белмәй туңып килеп ингән кеше, кескәйҙәреңдең күңел йылыһынан, бер ауыҙ һүҙенән иреп китәһең, улар түңәрәгендә класс бүлмәһенә барып инәһең, мөлдөрәп ҡарап торған егерме биш пар күҙгә тигеҙ иғтибарыңды, йылыңды бирергә ашығаһың…Ә уларҙың һөйләр һүҙе шундай күп, әле береһе, әле икенсеһе, берен-бере бүлдерә-бүлдерә хәбәрҙәрен ҡоя, үҙ-ара сыр-сыу киләләр. Беренсе ҡыңғырау шылтырау менән йүгерешеп урындарына таралалар, китап-дәфтәрҙәрен сығарып, һинең күҙҙәреңә әллә ниндәй ҙур өмөттәр бағлап, яңы белемдәр алырға ынтылып йотлоғоп бағалар… Ошондай саф күҙҙәр алдында ни намыҫың етеп, ике йөҙлө булырһың да, ни оятың етеп алдарһың? Юҡ, улар өсөн мин – һәр саҡ үрнәк, һәр саҡ тәртипле, уңған, өлгөр, көслө, һәр һорауҙары өсөн яуап бирер Уҡытыусымын!..

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 43.5 Kb
Количество скачиваний: 16
Просмотров: 102

Похожие материалы