Жәлил Кейекбаев ижадына бағышланған кисә

Предмет: Иностранные языки
Категория материала: Конспекты
Автор:

Жәлил Кейекбаев

(1911-1968)

ХХ быуат башҡорт тел белемендә баһалап бөткөһөҙ оло мираң ҡалдырған, һәр береһе үҙ аллы ғилми мәктәп тыуҙырып, дөйөм төркиселек фәне үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән айырыуса ҡәҙерле бер нисә исем бар. Шул арҙаҡлы исемдәр араһында башҡорт теленең тәүге ғилми грамматикаһының авторы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты профессор Н.К. Дмитриев менән йәнәш иң элек уның талантлы шәкерте, атаҡлы лингвист һәм яҙыусы Ж.Ғ. Кейекбаевты ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Профессор Ж.Ғ. Кейекбаев башҡорт тел белеменең бөтөн йүнәлештәрендә лә ҙур уңыш менән эшләне, төркиселек һәм урал – алтаистика фәнен өр – яңы теоретик ҡараштар менән байытты, ул хәҙерге башҡорт белеменә нигеҙ һалыусы булараҡ киң танылыу тапты.

 

 Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районының Ҡаранйылғы ауылында тыуған. Күршеләге Сәйетбаба ауылында башланғыс, Маҡарҙа крәҫтиән йәштәре мәктәбен тамамлай. 1929-1932 йылдарҙа ϴфөлә педагогия училищеһында уҡый. 1937 йылда, 1-се Мәскәү дәүләт сит ил телдәре институтының герман филологияһы бүлексәһен тамамлап, бер уҡыу йылы Мәскәүөлкәһенең Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй. Башҡортостанға ҡайтып, төрлө мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында сит ил телдәрен уҡыта. 1943-1944 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире булып эшләй. 1948 йылда, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлнғандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына эшкә килә. 1961 йылда уға профессор исеме бирелә.

Тип материала: Документ Microsoft Word (docx)
Размер: 16.91 Kb
Количество скачиваний: 36
Просмотров: 147

Похожие материалы