УКЫУСЫЛАРҘЫҢ БАШҠОРТСА ТЕЛМӘР КОМПЕТЕНТЛЫҒЫН ФОРМАЛАШТЫРЫУ ЮЛДАРЫ
Предмет: | Директору-завучу |
---|---|
Категория материала: | Другие методич. материалы |
Автор: |
Хужиахметов Ильмир Харисович
|
Тел - үҙенең сикһеҙ байлығы һәм ғәжәп киң мөмкинлеге менән ысынбарлыҡты сағылдырыусы сара. Телдең был тиклем бай мөмкинлеге кешенең ҡатмарлы эшмәкәрлеге дауамында үҫә барған, тел дә үткерләнгән, шымарған.
Телдең функциялары күп төрлө, шулай ҙа иң элек тел - кешенең аралашыу сараһы. Шуға күрә лә ул, бер яҡтан, кешенең күп төрлө һәм сикһеҙ ҡатмарлы эшмәкәрлеген ойоштороусы. Икенсенән, кешелектең мәҙәни һәм хеҙмәт тәжрибәһен туплау, һаҡлау, шул тәжрибәне быуындан быуынға тапшырыу ҡоралы ла булып иҫәпләнә.
Телде донъяны танып белеү һәм аралашыу ҡоралы булараҡ файҙаланып, кеше һөйләй, тыңлай, яҙа, уҡый. Аралашыу формалары, төрлө критерийҙарға нигеҙләнеп, түбәндәге төрҙәргә айырыла:
1) аралашыуҙың материаль сараларына нигеҙләнеп һөйләу һәм яҙма телмәр айырып йөрөтөлә;
2) аралашыу шарттарына ҡарап диалогик һәм монологик телмәрҙе айырып ҡарарға мөмкин.
Тип материала: | Неизвестен (pdf) |
---|---|
Размер: | 405.05 Kb |
Количество скачиваний: | 13 |