Урок башкирского языка в 7 классе
Предмет: | Биология |
---|---|
Категория материала: | Конспекты |
Автор: |
Акчулпанова Елена Рифовна
|
Дорогие учителя! С давних времен башкирский народ очень трепетно относился к своему прошлому, к истории своего народа. В последнее время проводится очень много мероприятий, посвященных изучению своего рода. Знание своего рода у башкир было обязательным.
7 класс
Тема: Шәжәрә.
Маҡсат: яңы һүҙҙәр үҙләштереү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, кеше үҙенең
үткәнен һәм үҙенең ете быуынын белеүҙе мөһим икәнен аңлатыу.
Йыһазландырыу: дәреслек, компьютер, “Шежере- генеалогическое древо” компакт-
дискаһы
Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: шәжәрә, ата-бабалар, нәҫел, ҡулъяҙма
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле.
2. Артикуляцион күнегеү
Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙегеҙҙеке.
Үгеҙегеҙҙең мөгөҙөн үҙегеҙ һындырғас,
Үгеҙегеҙҙән күрмәгеҙ, үҙегеҙҙән күрегеҙ.
3. Дәрестең маҡсаты һәм бурыстары менән танышыу.
- Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән шәжәрә тураһында һөйләшеп үтәсәкбеҙ.
4. Яңы тема өҫтөндә эш.
Шәжәрә- ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон-борондан үҙенең ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән.
Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр һаны ғына индерелгән һәм шәжәрәне белеү талап ителгән. Нәҫел-ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға аманат рәүешендә ҡалдырыла килгән.
Бөгөнгө көндә 25 башҡорт шәжәрәһе ташҡа баҫылған.
5. Китап менән эш
87–се күнегеү өҫтөндә эш.
88-се күнегеү
6. Йомаҡтарҙың яуабын табығыҙ:
а) Урманда бар, ҡырҙа юҡ,
Мунсала бар, өйҙә юҡ.
б) Аҫта бар, өҫтә бар,
Уртала юҡ.
в) Тауыҡта бар, ҡаҙҙа юҡ,
Келәттә бар, баҙҙа юҡ.
7. Видео яҙма ҡарау.
- Шулай итеп, “Шәжәрә” һүҙе нимә тигәнде аңлата?
-Күргәндәрегеҙҙән сығып, нимә әйтә алаһығыҙ?
8. “Һүҙҙәр үреү” уйыны.
“Әсәй” һүҙенең һуңғы хәрефе -“й”. Ошо хәреф менән башланған һүҙ уйлағыҙ. “Йәшел”. Ә хәҙер тағы был һүҙҙең һуңғы хәрефе менән башланған һүҙ уйлағыҙ.
9. Дәресте йомғаҡлау
10. Өйгә эш биреү: Ғаилә шәжәрәһен төҙөп килергә.
Тип материала: | Документ Microsoft Word (doc) |
---|---|
Размер: | 27.5 Kb |
Количество скачиваний: | 20 |