Исследовательская работа «Курай-башкирский национальный инструмент!»

Предмет: Другое
Категория материала: Другие методич. материалы
Автор:

"Описание материала:

Работа Миндиярова Ильгизара посвящена башкирскому национальному инструменту кураю.

В работе рассказывается о к видах курая , происхождение курая.

"Выдержка из материала:

Инеш

Башҡорт халҡы - борон-борондан тәбиғәт балаһы булған. Шуға ла уларҙың тормошонда халыҡ музыка ҡоралдары ҙур урын тотҡан: хәҙерге көндә лә уйнатылған ҡурай һәм ҡумыҙ ( XIII-XIV быуаттар),ҡыллы инструмент –думбыра( XVIII- XIX быуаттар), хәҙер онотола барған – ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, борғо, думбырҙаҡ,шаҡылдаҡ, ятаған.Шулай уҡ төрлө һыҙғыртҡыстар, ағас һәм үлән япраҡтары, көнкүреш кәрәк-ярағы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө биҙәүестәренең шалтырауыҡтары һәм башҡалар ҡулланылған.

Эшебеҙҙең актуаллеге. Халыҡтың йәнен имләүсе, тәрбиәләүсе, милләтебеҙҙең асылын, тамырын һутландырыусы ҡурайҙы инновацион технологиялар,нанотехнологиялар заманында һаҡлап ҡалыу. 

XIX быуаттың икенсе яртыһында Европа уйын ҡоралдары киң ҡулланыла башлай: гармун, тальян гармун, скрипка, мандолина. XX быуаттың беренсе яртыһында баян ҡулланыла башлай.Ҡурай, думбыра, ҡумыҙ бик борондан ҡулланылһа ла,хәҙер ҙә үҙенең ҡулланышын юғалтмай.Ул төрлө байрамдарҙың,йыйындарҙың биҙәге булып тора.

"Ҡурайҙы –тынлы музыка ҡоралдары донъяһында ғәжәйеп нәмә, тип иҫәпләй рус әҙәбиәте классигы,беҙҙең яҡташыбыҙ С.Т.Аксаков.Икенсе бер яҡташыбыҙ яҙыусы В.Зефиров башҡорт ҡурайының әҫәрләндергес тауышын« икһеҙ-сикһеҙ урман һәм далалар симфонияһы » тип атай. 

Ҡурай – ул халыҡтың йәнен имләүсе, тәрбиәләүсе ҡоралБашҡорт халҡының милли ҡоралдары араһында иң данлыҡлыһы-ҡурай.Был музыка ҡоралы башҡорттарҙың рухи мәҙәниәте алыҫ мең йыллыҡтар төпкөлөнән килгән ҙур тарихы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ҡурайҙы музыка белгестәре флейта,һыбыҙғы менән сағыштыра,уны буй флейтаның йә булмаһа һыбыҙғының бер төрө тип атайҙар һәм уның бик боронғо музыка ҡоралы булыуын раҫлайҙар. 

Ҡурай –ул үлән.Эсе ҡыуыш көпшә булып ҡураған үләндән яһалған музыка ҡоралы булғанға ул ҡурай тип аталған.Артабан инде ниндәй генә материалдан эшләнһә лә,ул барыбер ҡурай тип атала. Бер йыр һүҙҙәренә иғтибар итәйек:Таштуғайҡай,һинең ҡамышыңдыСор ҡурайҡай итеп тартайым,-тип йырлаған ялан яғына килен булып төшкөн ҡатай ҡыҙы.

Тимәк,халҡыбыҙҙа сор ҡурай ҙа булған. Сор ҡурайҙы ысын Урал ҡурайы булмаған ерҙәрҙә яһап уйнағандар.Ул да,әлбиттә,ҡыу үлән көпшәһе.Халыҡ оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов әйтеүенсә,баш яғы,һыбыҙғы һымағыраҡ,45-60 градустар самаһы ҡыя итеп ҡырҡыла,шунда уҡ һыҙғырыр өсөн тишек тишелә.Исеменән үк-«сор» тигәндән күренеүенсә,уның тәғәйенләнеше иң элек сигнал биреү хәжәтенән килә булһа кәрәк.

Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 90.5 Kb
Количество скачиваний: 47
Просмотров: 184

Похожие материалы